Бөтә яңылыҡтар
Иғландар
22 Май 2020, 01:21

«АЛFА» транспорт картаһын хәҙер Qiwi селтәре аша ла тултырырырға мөмкин

"Алға" транспорт картаһы менән ҡулланыу йәнә лә еңелләштерелде. "Алға" картаһы менән транспортта түләү уңайлы һәм хәүефһеҙ.

"Алға" транспорт картаһы менән ҡулланыу йәнә лә еңелләштерелде. "Алға" картаһы менән транспортта түләү уңайлы һәм хәүефһеҙ.
Йәмғиәт транспорт системаһы менән ҡулланыусылар "Алға" транспорт картаһының уңайлыҡтары тураһында ишетеп кенә белмәй. Уны Почтала, Сбербанка-онлайн ҡушымтаһында тиҙ генә тултырып та була. Хәҙер уны тағы ла Qiwi терминалдарында ла комиссияһыҙ ҡулаҡса менән тултырырға мөмкин. Республикала бындай терминилдар барлығы - 2 577 (шул иҫәптән Өфөлә 851).
Картаға аҡса һалыр өсөн терминалда менюға инеп, «Транспортные карты» тигәнде һайлап алаһың. Унан «АЛFА» тигәнен эҙләп табаһың. Картаның номерын йыйып, ҡулаҡса һалырға ғына ҡалды. Шуныһы, был терминалда һеҙ ҡурҡмайынса аҡса һала алаһығыҙ. Терминалға барырға оҙаҡ булһа, интернеттан Qiwi.com сайтын эҙләп табыр кәрәк була. Әйткәндәй, бының өсөн комиссия алынмай.
Тулыраҡ мәғлүмәтте algacard.ru сайтында йә 8(917)347-88-00 телефон номеры аша алырға мөмкин.