Ҡәйүм Уразбаев етәкләгән Таулыҡай ауыл хакимиәте биләмәгә ҡараған Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарының социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, килеп тыуған проблемаларҙы бергәләп хәл итеү, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып бара. Был биләмә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған проекттарҙа йыл да әүҙем ҡатнаша һәм ҙур еңеүҙәр яулай. Республика кимәлендә үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында таулыҡайҙар призлы урын яуланы һәм 400 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.
Бөгөн ауыл биләмәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән шөғөлләнгән “Ленин” ЯСЙ-һы һәм “Нияз Уразбаев” КФХ-һы, иген етештереүгә йөҙ борған “Булат Рәжәпов”, “Илнур Заманов”, “Биктимер Рәжәпов” КФХ-лары уңышлы эшләй. Шулай уҡ Алберт Шахморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Айнур Буранбаев етәкләгән шәхси хужалыҡтар - игенселек, ә инде Камил Яхин ҡошсолоҡ тармағы менән шөғөлләнә.
Төбәктә шәхси эшҡыуарҙар ҙа етерлек. Шуларҙан 7 кеше таҡта ярыу цехы асып, халыҡҡа төрлө төҙөлөш материалдары, буралар тәҡдим итә. 3 ауылда 8 магазин, шулай уҡ “ОЗОН”, “Вайлдберрис” селтәрҙәре хеҙмәт күрһәтә.
Биләмәнең административ үҙәге булған Үрге Таулыҡай ауылында Һаҡлыҡ банкының бүлексәһе, почта бүлексәһе эшләй, өс ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттары халыҡ һаулығы һағында тора. Клубтарҙа һәм китапханаларҙа төрлө саралар ойошторола, мәсеттәрҙә дини байрамдар, йома намаҙҙары үтә. Үрге Таулыҡай һәм Сыңғыҙ мәктәптәрендә барлығы 93 бала белем ала. Шул уҡ ваҡытта мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәре эшләй.
Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. Быйыл халыҡ менән 5 сход һәм 4 йыйылыш үткәрелеп, унда иң көнүҙәк мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылған. Ауыл малын көтөүҙе ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге, төҙөкләндереү, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу, терроризм, экстремизм, эскелеккә, берәҙәк эттәргә ҡаршы көрәш мәсьәләләре ҡаралған. Шулай уҡ бесәнлек ерҙәре бүлеү, ауыл халҡына өй, ер документтарын юллау кеүек проблемалар күтәрелгән. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ, бындағы барлыҡ ауылдарҙа ла көтөүҙәр ойошторолған һәм мал аҙып-туҙып йөрөмәй.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ауыл биләмәһендә 3 профилактик төркөм булдырылған һәм ул әүҙем эш алып бара. Ауыл Советы депутаттары, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән төркөм даими рәүештә күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр, хәүеф төркөмөндә булған ғаиләләрҙә булып, янғын хәүефһеҙлеген, приборҙарҙы тикшерә, иҫкәрмәләр тарата, инструктаж үткәрә.
Таулыҡай ауыл биләмәһе төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. 2024 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты менән Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залы ремонтланһа, былтыр иһә 4 ауыл халҡы берләшеп МТЗ-920 тракторы алды. Бөгөн был техника ауылдарҙың терәге булып тора, ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға, йәйге осорҙа ҡый түгеүгә йәлеп ителә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Буранбай ауылында Һаҡмар йылғаһы аша аҫылмалы баҫма тулыһынса яңыртылды, былтыр Таулыҡайҙа Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ҡуйылған обелиск ремонтланды, мәҙәниәт йортон эсәр һыу менән тәьмин итеү маҡсатында скважина бырауланды.
Мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын яңыртыу бында әүҙем дауам итә. “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы ярҙамында Буранбай ауылы клубына тауыш көсәйеткес аппаратура, сәхнә кейемдәре, ә инде Таулыҡай мәҙәниәт йортона уңайлы ултырғыстар алынған.
Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү маҡсатында өмәләр ойоштороу матур йолаға әүерелгән. Быйыл да был тәңгәлдә байтаҡ эштәр бойомға ашырылды. Түбәнге Таулыҡай ауылы зыяратын, ауылға ингән урындағы паркты, “Ҡоролтай” аллеяһын төҙөкләндереү буйынса хәтһеҙ эштәр башҡарылды. “Таҙа кесаҙна” өмәләре лә гөрләп үтә.
Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән күп саралар күрелә. Таулыҡай ауылының “Уңғандар” төркөмөм ирекмәндәре, “Аҡйондоҙҙар” ирекмәндәр клубы даими рәүештә посылкалар әҙерләй. Был изге эштә Үрге Таулыҡай мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары, балалар баҡсаһы коллективы һәм балалар, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә”, “Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы”, “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа” конкурстарында ауыл биләмәһе йыл да әүҙем ҡатнаша һәм еңеүсе булып таныла. Быйыл Үрге Таулыҡай “Сәләмәт ауыл” конкурсына ҡушылып, әле был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара.
Әлбиттә, йәмғиәтте борсоған проблемалар был төбәкте лә урап үтмәй, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Шуға ҡарамаҫтан, Таулыҡай ауыл биләмәһе, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, берҙәм көс менән уларҙы хәл итергә тырыша, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй һәм йәшәй.
Азамат Мөхәмәтшин.