+2 °С
Облачно


«Телле ҡыярҙар» салаты
Был салат өсөн 3 кг ҡыяр менән 1 кг һуған кәрәк була.
Башта ҡыярҙарҙы буйына йоҡа итеп пластина рәүешендә, ә һуғанды балдаҡлап ҡырҡабыҙ. Барыһын бергә ҙур кәстрүлгә һалабыҙ.
Өҫтөнә 2,5 стакан үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шәкәр, 3/4 стакан 9%-лы уксус, 1-2 балғалаҡ онталған йәғборсаҡлы ҡара борос.
Барыһын бергә болғатып, 8 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ.
Унан банкаларға тултырып, 20 минут дауамында стерилләйбеҙ һәм ҡапҡасын нығытып, төрөп ултыртабыҙ.
Салат 8 ярты литрлы банка сығыр.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!