Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
19 Августа 2022, 03:00

Күҙ ҡабаҡтары ҡапсыҡланһа...

Ҡайһы саҡ күҙ төбө ҡарайып, күгәреп, етмәһә ҡапсыҡланып тора. Шундай саҡта ни эшләргә лә белмәйһең. Әммә борсолорға урын юҡ. Был етешһеҙлектән картуф ярҙам итер. Иртән йоҡонан уяныу менән картуфтан ике киҫәк ҡырҡып алығыҙ ҙа, күҙ ҡабаҡтарына һалығыҙ. 10-15 минуттай ятып тороғоҙ. Хәҙер картуфты алып ташлайбыҙ ҙа иртәне ғәҙәти режимда дауам итәбеҙ! Хәйерле иртә!  

Добавить в предпочтительные источники Google
Күҙ ҡабаҡтары ҡапсыҡланһа...Күҙ ҡабаҡтары ҡапсыҡланһа...
Күҙ ҡабаҡтары ҡапсыҡланһа...

Ҡайһы саҡ күҙ төбө ҡарайып, күгәреп, етмәһә ҡапсыҡланып тора. Шундай саҡта ни эшләргә лә белмәйһең. Әммә борсолорға урын юҡ. Был етешһеҙлектән картуф ярҙам итер. Иртән йоҡонан уяныу менән картуфтан ике киҫәк ҡырҡып алығыҙ ҙа, күҙ ҡабаҡтарына һалығыҙ. 10-15 минуттай ятып тороғоҙ. Хәҙер картуфты алып ташлайбыҙ ҙа иртәне ғәҙәти режимда дауам итәбеҙ!

Хәйерле иртә!

 

Ваҡытығыҙ иркенерәкме? Улайһа йәнә бер рецепты яҙып алырға ашығығыҙ.

Картуфтың ҡабығын әрсеп, ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ. Ошонда ваҡланған һоло ярмаһын 1:1 кимәлдә ҡушығыҙ. Массаға 1 ҡалаҡ йылы һөт өҫтәгеҙ. Күҙҙең аҫҡы ҡабағына косметик май һөртөгөҙ ҙә өҫтөнә әҙер иҙмәне һылағыҙ. 5-7 минуттан мамыҡ диск ярҙамында һөртөп алығыҙ һәм һалҡынса һыу менән йыуығыҙ. Аҙаҡ туҡландырыусы крем һөртөргә онотмағыҙ!

 

Ваҡытың артып ҡалырҙаймы? Улайһа һалҡын һыу менән йыуып төшөрөргә ашыҡма. Масканың ҡалдығын таҙартыу өсөн баҡсаңдан сәскә һәм үләндәр йыйып ал һәм төнәтмә эшлә. Әҙер төнәтмә менән һөртөп ал. Был төнәтмәне петрушканан эшләргә була.

 

Петрушканан йәнә бер рецепт:

Петрушка япраҡтарын ваҡ итеп турап, битеңдәге проблемалы урындарға һалып тор. 15 минуттан һуң йыуып төшөр. Петрушка һутынына һыу өҫтәп, формаға ҡойоп туңдыр. Һәр иртәлә был боҙ менән битеңде һөртөп ал. “Ботокс” тигән заманса терминың ары торһон! Петрушкалы боҙ күҙәнәктәр эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һырҙарҙы бөтөрә. Ҡыҫҡаһы, йәшлек эликсиры!

 

Ошонда маска ла бик файҙалы: туралған йәшелсәне (петрушканы) ҡаймаҡ менән (2:2 ҡалаҡ) бутап, күҙ ҡабағына һал. Ярты сәғәттән йыуып төшөр. Был маска күҙ тирәһендәге ҡарайып торған тапты бөтөрөп кенә ҡалмай, һырҙарҙы ла “үтекләй”, күҙ ҡабағы тартылып ҡала.

 

Автор:Эльмира Киеккужина