Файҙалы кәңәштәр
11 Августа 2022, 06:32

Һарымһаҡтан крем эшләйек!

Тәнде сөйәл баҫып китһә йә тәндәге төрлө папилломаларҙан ҡотолорға теләһәгеҙ, һарымһаҡтан крем эшләп алығыҙ. Бының өсөн хәҙер яҡшы мәл – һарымһаҡтың көслө сағы...

Добавить в предпочтительные источники Google
Һарымһаҡтан крем эшләйек!Һарымһаҡтан крем эшләйек!
Һарымһаҡтан крем эшләйек!

 Һарымһаҡ кремы

Тәнде сөйәл баҫып китһә йә төрлө папилломаларҙан ҡотолорға теләһәгеҙ, һарымһаҡтан крем эшләп алығыҙ. Бының өсөн хәҙер яҡшы мәл – һарымһаҡтың көслө сағы.

Шулай итеп 1 сәй ҡалағы ваҡ итеп төйөлгән һарымһаҡҡа 2 сәй ҡалағы ҡул кремын ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Уны мамыҡҡа йә бинтҡа һалып, сөйәлдәр булған урынға ҡуйып, бәйләп ҡуйығыҙ. 3-4 сәғәттән алабыҙ һәм крем һөрткән урынды һабынлап йыуып алабыҙ. Һарымһаҡ кремын 3 – 6 аҙна дауамында һөртөргә була. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова