+5 °С
Облачно


Сөгөлдөрҙән ҡабымлыҡ
* 3 кг сөгөлдөр
* 1 кг кишер
* 1 кг болгар боросо
* 1 кг помидор
* 3 аш ҡалағы тоҙ
* 200 гр шәкәр
* ярты литр үҫемлек майы (әҙерәк һалһаң да була)
Сөгөлдөр менән кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Борос менән помидорҙы турайбыҙ.
Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа 30 минут бешерәбеҙ. Унан 200-300 гр уксус өҫтәйбеҙ һәм 10 минут бешерәбеҙ.
Аҙаҡ барыһын да стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын нығытабыҙ. Һыуынғансы туңкәреп, төрөп ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!