Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Август , 15:05

Юғары ҡан баҫымынан -- бөтнөк!

Юғары ҡан баҫымы проблемаһы менән бик күптәр күҙмә-күҙ осрашҡас аптырап ҡала. Әллә күпме төрлө дарыуҙар ҙа ялыҡтырып китеүе ихтимал. Ә бына бөтнөктән эшләп эселгән сәй был проблеманы хәл итә ала. Бөтнөк тамырҙарҙы киңәйтә ала, шунлыҡтан ҡан баҫымы төшә. 

Юғары ҡан баҫымынан -- бөтнөк!
Юғары ҡан баҫымынан -- бөтнөк!

Бер нисә бөтнөк япрағын сынаяҡҡа һалығыҙ. 

Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 

10 минут төнәтегеҙ. 

Унан һөҙөп алығыҙ.

 

Бөтнөктән сәйҙе йылы килеш эсәләр.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Йөҙөгөҙ ҡояштай балҡып торһон! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в