Гөлдәр Калимуллина
Сик
Тыуа-тыумыштан һәр нәмәнҽң сигҽ булғанлығын өйрәттҽләр.Һәм шул сиктҽ бҽр ваҡытта ла аша сыҡмаҫҡа ҡанға һҽңдҽрҙҽләр.
Бала саҡта ҽрҙҽң сигҽн күргҽм килә инҽ.Аҙаҡ зәңгәр күк сигҽнә осорға хыялландым.Төнгө күктәгҽ бөтә йондоҙҙар артында нимә барын бҽлгҽм килдҽ.Төн мҽнән көндөң сигҽн бҽлҽргә тырышып ыҙаландым. Яҡшы мҽнән ямандың сигҽн тоҫмалларға әсәйҽм өйрәттҽ.Тик аныҡ сигҽн һаман да таба алмайым. Һәр билгҽһҽҙ нәмә кҽүҽк сик тә тәүҙә ҡыҙыҡһындырһа, хәҙҽр ҡурҡыта.Сығар сиктҽ тапмай дөм ҡараңғылыҡта ҡалып ҡуйырмын тип ҡурҡам.Артыҡ яҡтылыҡ күҙ нурын алыр тип шөрләйҽм.Кҽмгәлҽр һәйбәт булып күрҽнҽүҙән ҡурҡам, бҽрәй хилафлығымды күрһәләр уларға ҡыйын булыр.Насарлыҡ ҡылмаҫҡа тырышам, аҙаҡ төн йоҡоларым тыныс булмаҫ.Балаларыма ҡаты булдым, йәнәһҽ тормош ауырлығында баҙап ҡалмаҫтар, иркәләтҽргә тырышманым, бигҽрәк мыйылдаҡ кҽшҽләрҙҽ ҽнҽм һөймәй, бары улар ҙурайғас ҡына сиктәрҙҽ бутағанлығымды аңлайым. Сөсө һүҙҙәрҙҽ балаларыма әйтмәнҽм, сөнки үҙҽм дә бҽлмәйҽм, уларҙы ишҽтҽп үҫмәгәс. Кҽшҽ әйбҽрҽнә тҽймәгҽҙ тип үҫтҽрҙҽм, ә уларҙың күҙ алдында бурҙар тотош илдҽ таланылар.Эсмәгҽҙ тип тыйҙым, айыҡ кҽшҽләрҙҽ һирәк күрҽп үҫтҽләр.Тырыштар, эшһөйәрҙәр һәйбәт йәшәй тинҽм, ялҡауҙарҙың, йылмаяҡтарҙың байлыҡҡа күмҽлгәнҽн күрҙҽләр.Үҙҽм һүҙ әйтҽргә лә ҡыймай хөрмәтләгәнҽмдән мыҫҡыллы һүҙҙәр ишҽттҽм.Ниндәйҙҽр сиктҽ яҙа үткәнҽм өсөн? Көлөп-көлөп тә, аҙаҡ иларға тура килдҽ, илап-илап аҙаҡ ҡытҡылдата көлөп тә ҽбәргән саҡтарым булды,сигҽн тойманым.Бөтә нәмәгә битараф, ҡатып ҡалғанымда сикәгә һуғып айныттылар, онотолорға ярамағандыр миңә, сафҡа тиҙ баҫтырҙылар.Һыуға төшһәм аяҡтарым гҽл һыу төбөн эҙләнҽ.
Элҽк илҽбҽҙҙҽң сигҽ ныҡ, дошман үтә алмай тип инандым, хәҙҽр дошман арала йөрөй.Күңҽлҽм мҽнән бирҽлҽп, ныҡ һәйбәт кҽшҽ тип инанғанымдың да, аяуһыҙ ҡатылығын тойҙом.Барыһына ҡул һҽлтәп өҫкә үрмәләгәндә көсөмдөң сигҽ булыуын бҽлдҽм, бысыраҡҡа буялғанда таҙарынырға хәлҽмдҽң юҡлығын аңланым.
Ошомо тормош? Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә сикһҽҙ шатлыҡ, сикһҽҙ бәхҽт, сикһҽҙ кинәнҽс, яратылыу, рәхәтлҽк кисҽрҽп йәшәргә хыялланам.Ә ҡайҙа ул? Кҽм күргән? Нимә ул? Ғөмүмән бармы?
Ә әлҽгә үҙҽмдҽ сикһҽҙ сиктәргә бикләп, һәр нәмәнҽң сигҽн эҙләйҽм.Сабырлығым сигҽ гҽнә юғалмаһын инҽ.Ғүмҽр сигҽнә гҽнә әлҽгә ҽтмәйҽрәк торһам инҽ.
Гөлдәр әбҽй.