Файҙалы кәңәштәр
28 Июня 2022, 08:17

Корн-Дог

Был һутлы ғына корн-догды бешерер өсөн ни бары 15 минут талап ителә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Корн-ДогКорн-Дог
Корн-Дог

Ингредиенттар: 

* үҙегеҙ теләгән сосиски; 

* 100-әр гр бойҙай һәм кукуруз оно; 

* 200 гр һөт;

* 1 йомортҡа; 

* 1 аш ҡалағы паприка; 

* 1 балғалаҡ шәкәр;

* 1 балғалаҡ разрыхлитель;

* ярты балғалаҡ тоҙ;

* таяҡсалар (шпашки); 

* бешереү өсөн үҫемлек майы. 

Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сығырға тейеш. 

Унан ҡамырҙы стаканға йә бейек һауытҡа ҡоябыҙ. 

Сосискиларҙы онға манып алабыҙ ҙа, таяҡтарға тығабыҙ. 

Хәҙер инде сосискиларҙ ҡамырға тығып өйрөлтөп алабыҙ һәм ҡыҙған майға ҡурабыҙ. 

Ҡарап тороғоҙ: әгәр майға күмелеп ятмаһа, тигеҙ бешһен өсөн корн-догты әйләндереп тороғоҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина