Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
15 Июня 2022, 09:42

"Мыйыҡлы" ҡатын-ҡыҙ...

булмайым тиһәң... был паста ярҙамға килер. 

"Мыйыҡлы" ҡатын-ҡыҙ..."Мыйыҡлы" ҡатын-ҡыҙ...
"Мыйыҡлы" ҡатын-ҡыҙ...

Күптәр был проблеманан ҡотолоу өсөн балауыҙ (воск) ҡуллана. Ә бына был паста артыҡ йөндәрҙе лә бөтөрә, тирегеҙҙең витамин һәм минерал менән туйҙыра. 

Бының өсөн 1 аш ҡалағы һоло пастаһы кәрәк була. 

Әҙерләү өсөн 1/2 балғалаҡ һоло онона (кофемолкала иҙеп алырға була) 2 аш ҡалағы бал һәм 2 аш ҡалағы лимон һуты ҡушып болғатыла. Бына паста әҙер. 

Килеп сыҡҡан пастаны кәрәкле урынға һылап, 15 минут тотола. Унан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк. 

Был процедураны аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡабатлағыҙ. Бер айҙан битегеҙҙә үҫкән кәрәкмәгән сәстәрҙән ҡотолорһоғоҙ. 

Һәр саҡ матур булып ҡалығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас