

Бисквит өсөн 4 йомортҡа, 130 гр шәкәр, 30 мл аҡ май, 90 гр он, 30 гр какао, 1 балғалаҡ разрыхлитель алына.
Кремды әҙерләү өсөн 200гр аҡ май, 50 гр шәкәр пудраһы, 200гр эремсекле сыр, 1аш ҡалағы какао, ванилин кәрәк була.
Йомортҡа менән шәкәрҙе ныҡ итеп күпергәнсе туҡыйбыҙ. Унан май һәм башҡа ҡоро ингредиенттарын өҫтәйбеҙ. Йәнә яҡшылап болғатабыҙ. Миксер менән яҡшыраҡ килеп сыға.
Әҙер массаны 160 градус эҫелектәге духовкала 25 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Бешеп сыҡҡан бисквитты 2 өлөшкә бүлеп ҡырҡабыҙ.Унан йоҡартып йәнә икегә ҡырҡабыҙ. Йәмғеһе 4 йоҡа ғына корж килеп сыға.
Бар ингридиенттарҙы ҡушып крем әҙерләйбеҙ. Бисквиттарҙы араһына крем һылап, ҡатлап һалабыҙ.
Әҙер тортты биҙәр өсөн шоколад кәрәк була. 100 гр шоколадты 3 аш аш ҡалағы аҡ май ҡушып иретәбеҙ. Болғатабыҙ ҙа торттың өҫтөнә ҡоябыҙ.
Торт әҙер!
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!