Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
2 Июня 2022, 07:15

10 минутта бөйөрөк

Был рецепт ҡамыр менән "бысранырға" яратмағандар өсөн бик тә уңайлы. Алдан яһап, һыуытҡысҡа һалып ҡуйығыҙ ҙа, кәрәк саҡта йәһәт кенә бөйөрөк, бәлеш йә пиццаға ҡулланығыҙ. 

10 минутта бөйөрөк10 минутта бөйөрөк
10 минутта бөйөрөк

Был бөйөрөккә 4 аш ҡалағы он (саҡ ҡына күберәк кәрәк булыуы ла ихтимал), 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты литр һөт (уныһын йылытырға ла була, һыуытҡыстан алғас та ҡулланырға мөмкин), ҡоро әсетке. 

Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып болғатып, пакетҡа бушатабыҙ. Унан һыуытҡысҡа 2 сәғәткә һалып ҡуябыҙ. 

Унан һыуытҡыстан алынған ҡамырҙы саҡ ҡына онға манып алып, яратҡан эслекте ҡулланып бөйөрөктәр яһарға була. 

Был ҡамыр үҙе йомшаҡ ҡына, үҙе ҡулға йәбешмәй. Унан шулай уҡ бәлештәр, пицца бешерергә лә мөмкин. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас