Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
8 Апреля 2022, 10:25

Дөгө булғанда тоналка кәрәкмәйәсәк

Аҙнаһына бер тапҡыр дөгө һыуы менән йыуынһаң, тоналка тураһында оноторға ла була. Һәм... 10 йылға йәшәреп киткәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. 

Дөгө булғанда тоналка кәрәкмәйәсәкДөгө булғанда тоналка кәрәкмәйәсәк
Дөгө булғанда тоналка кәрәкмәйәсәк

Дөгө - колллергегенды эшкәртеп сығарыусы линол һәм сквален кислотаһы сығанағы булып тора. Сквален кислотаһы шулай уҡ тирене һырҙар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай, ҡояштың насар нурҙарынан ҡурсалай. Шулай уҡ дөгө Е витамина һәм гамма-орзинолға (уныһы йөрәкте һаҡлай һәм ҡанда холестиринды кәметә) бик бай. 

Бының өсөн 
* 3 аш ҡалағы дөгө;
* 1 аш ҡалағы һөт;
* 1 аш ҡалағы бал кәрәк була. 

Башта дөгөнө бешереп алығыҙ ҙа, һыуын һарҡытығыҙ. Һарҡҡан һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Ул беҙгә кәрәк буласаҡ. Бешкән бутҡаға 1 аш ҡалағы ҡайнаған һөттө һәм йылытылған 1 ҡалаҡ бал ҡушығыҙ. 

Был масканы таҙа итеп йыуылған битегеҙгә һылағыҙ ҙа кипкәнен көтөгөҙ. Кипкәс уны дөгө бешкән һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. 

Дөгө бешкән һыу көслө антиоксидант булып тора. Ул бит тиреһен дымландыра һәм ҡан әйләнешен стимуллаштыра. Шулай уҡ биттәге пигмент таптарҙы һәм һыҙлауыҡтарҙы бөтөрә.

Ҡояшта ҡыҙыныр алдынан дөгө һыуы менән йыуынырға онотмағыҙ. Ул бит тиреһен дымландырыр һәм һырҙарҙан һаҡлар. 

Аҙнаһына берҙе ошо масканы битегеҙгә эшләп торһағыҙ, 10 йәшкә йәшәргәндәй тойорһоғоҙ үҙегеҙҙе. 

Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас