Файҙалы кәңәштәр
17 Февраля 2022, 11:23

Һыуыҡ килеш тоҙланған скумбрия

#Һаҡмар_рецептар  Тоҙло балыҡ бик тәмле була. Айырыуса уны үҙең тоҙлаһаң... Ә был тоҙланған скумбрияны юҡҡа ғына "Тағы ла ашайһым килә" тип исемләмәгәндәр... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыуыҡ килеш тоҙланған скумбрияҺыуыҡ килеш тоҙланған скумбрия
Һыуыҡ килеш тоҙланған скумбрия

Pаccoл өсөн:
2 литр һыу 

8 аш ҡалағы тоҙ 

4 аш ҡалағы шәкәр 

4 ус һуған ҡабығы

тәменә ҡарап тәмләткестәр

 

Рассолды ҡайнап сыҡҡас 15 минут тирәһе һүрән утта быҡтырабыҙ. 

Бүлмә температурыһындай булғансы һыуытабыҙ ҙа һөҙәбеҙ. 

Балыҡтың башын ҡырҡабыҙ, эсен таҙартабыҙ, йыуабыҙ. Унан тоҙлау өсөн ҡулланырға әҙерләнгән һауытҡа һалабыҙ. 

Өҫтөнә рассолды ҡойоп, ауыр нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ. 

Балыҡтың тоҙланғанын 2.5-3 тәүлек көтәбеҙ. Был ваҡыт эсендә балыҡты улай-былай әйләндергеләп торорға онотмағыҙ. Һары төҫкә инергә тейеш. 

Әхер инде балыҡты ҡыҫтырғыстар менән элеп ҡуябыҙ. Һыуы һарҡһын өсөн аҫтына һауыт ултыртырға онотмағыҙ!

Әгәр балыҡты төнгә ҡарай элеп ҡуйһығыҙ, ул таңға әҙер була. Тик бына тиреһе тартылып торған кеүек тойолор. Бынан сығыу юлы бар: түҫемлек майы менән уны майлайбыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина