

Геркулестан эшләнгән был чизкейк өсөн 1 йомортҡа, 80 гр онталған (ваҡланған) геркулес, 3 аш ҡалағы һөт, дәрсен (корица) кәрәк була.
Эслек иһә 250 гр эремсектән, 1 йомортҡанан, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡтан, 1-2 аш ҡалағы балдан, теләк булғанда емеш-еләк ҡушырға ла була.
Онталған йәки иҙелгән (блендер йә ит турағыс аша үткәрелгән) геркулесҡа йомортҡа һәм һөт ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы формаға йәки табаға һалып, сит яҡтарын ҡул менән баҫҡылап күтәреп ҡуябыҙ. Унан 180 градус эҫелектәге духовкала 10 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Шул уҡ ваҡытта эслеккә тотонабыҙ. Эремсекте блендер аша үткәрәбеҙ ҙә йомортҡа, ҡаймаҡ һәм бал ҡушабыҙ. Йәнә блендер менән өйрөлтөп алабыҙ.
Килеп сыҡҡан эслекте ҡамырға һалабыҙ ҙа ҡабаттан духовкаға оҙатабыҙ. Йәнә 40-50 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!