Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Декабрь 2021, 15:43

Яңы йылға фатирыңды биҙәнеңме әле?

Сайттағы ҡыҫҡа ғына видеоларҙы ҡарап, фатирыңды ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән матур итеп биҙәп була.

Бәләкәс кенә Ҡыш һәм Ҡар бабайҙарҙы ҡағыҙҙан, мамыҡтан һәм фетрҙан эшләргә була. Еңел генә фигуралар мотлаҡ һеҙҙең шыршығыҙҙы биҙәр. 

Ә был шыршыны тәҙрәгеҙгә ҡуйһығыҙ, отолмаҫһығыҙ! 

Ҡар бабай һәм шыршылар формаһындағы ҡар бөртөктәре лә фатирға яңы йыл атмосфераһын алып килер. 

Мамыҡ таяҡсаларынан эшләнгән ҡар бөртөгө лә айырым бер биҙәк булып тора. 

Ҡар бөртөктәре артыҡ булмай. Был бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәктәрен йәбештереү юлы менән эшләнгән ҡар бөртөгө - үҙе бер сәнғәт төрө. 

Әгәр һеҙ бар бүлмәгеҙҙе лә шыршы менән тултырырға уйлаһағыҙ, был фигур тап һеҙҙең өсөн булыр. 

Был матур ғына брелокты асҡысҡа түгел, шыршығыҙға беркетегеҙ 

Шыршыны шыршыҡайҙар менән биҙәргә була. 

Яҡын кешегеҙҙе тап ошондай асылма менән ҡотларға була. 

Ошондай кәрзингә тәмле-татлы тултырып ҡуйһағыҙ, Яңы йыл табыны тағы ла йәмлерәк булыр. 

Байрам кәйефе ишек төбөнән башлана. Ошондай венокты мотлаҡ эшләп ҡуйығыҙ. 

Ошондай итек башы ла байрам кәйефен тыуҙырыр. 

Өҫтәлгә шәмде ошолай итеп ултыртырға була

Шыршығыҙға ошо биҙәүестәрҙе күп итеп эшләп ҡуйһағыҙ, отолмаҫһығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: