Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Октябрь 2021, 13:49

Эремсектән запеканка

#Һаҡмар_рецептар Был тәмлекәсте бешерер өсөн 280 гр эремсек, 4 аш ҡалағы һөт, 4 балғалаҡ йөҙөм, 1 йомортҡа, 4 балғалаҡ манный ярмаһы, 4 балғалаҡ аҡ май, семтем тоҙ кәрәк була. Шулай уҡ шәкәр менән ҡаймаҡ ҡушырға ла була. Тик быныһын бешеп сыҡҡас ҡына😉.


Эште йөҙөмдән башлайыҡ. Бнҙ уны бөгөн урталай ҡырҡҡыслап сығабыҙ. Унан йыуып, һыу ҡойоп утҡа абултыртабыҙ. 5 минуттай ҡайнатҡандан һуң, һыуын түгәбеҙ.

Йомортҡаны күбекләнгәнсе туҡыйбыҙ ҙа өҫтөнә һөт ҡоябыҙ. Ошонда уҡ тоҙ менән манный ярмаһын ҡушабыҙ. Йәнә туҡыйбыҙ. Эремсеккә сират етте. Яҡшылап болғатҡандан һуң йөҙөмдө оҙатабыҙ.

4 балғалаҡ аҡ майҙы табаға һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкаға ултыртып торабыҙ. Ирегәндән һуң яртыһын сынаяҡҡа ҡойоп алабыҙ. Ҡалғаны менән табаның ситен майлайбыҙ. Эремсекле массаны һалып, өҫтөн ҡалаҡ йә бысаҡ менән тигеҙләп ҡуябыҙ. Өҫтөнә ҡалған ирегән майҙы ҡоябыҙ.
Запеканканы духовкала 20-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Бешеп сыҡҡан запеканканы бер аҙ һыуытып алабыҙ ҙа ҡырҡҡылап өҫтәлгә ултыртабыҙ. Уны ҡаймаҡ һылап ашарға ла мөмкин!
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: