Һаҡмар
+20 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Июль 2021, 16:00
"ЙӘШЕЛ АПТЕКА"ны тулыландырыу ваҡыты етте
Юл япрағын йәй буйына йыйып әҙерләргә мөмкин...
Дарыу үләндәре әҙерләү ваҡыты етте. Тик уларҙы юл буйынан, завод тирәһенән ситтә, урман-яландарҙа йыйыу һәйбәтерәк.
Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай, шифаһын юғалтасаҡ. Еләҫ ерҙә яҡшылап киптерелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк.
Һары мәтрүшкәне сәскә атҡан осорҙа 15-20 сантиметр оҙонлоғонда йыйырға кәрәк.
Юл япрағын йәй буйына йыйып әҙерләргә лә була. Тик уларҙа таптар булмаһын.
Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.
Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Тик емештәрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ.
Автор:
Лилия Такаева
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи