Бөтә яңылыҡтар

Серәкәйҙән һаҡланыуҙың 5 ысулы.

Уларҙан нисек ҡотолорға?

Йәйҙең йәмен себен-серәкәй бөтөрә. Уларҙан нисек ҡотолорға? Әлбиттә, махсус спрейҙар һиптерергә була. Ләкин улар, йыш ҡына, бөжәктәргә генә түгел, кеше организмына ла зыян китерә. Шуға күрә халыҡ ысулдарына күҙ һалайыҡ .

1. Усаҡ янында йыйылышып ултырырға теләһәгеҙ, утҡа бер нисә артыш ботағы ырғытығыҙ. Был төтөндән серәкәйҙәр ҡурҡа.

2.Ванилин – һуҡыр себен һәм серәкәйҙәрҙән ҡотолоуҙың иң яҡшы сараһы һанала. Уны тәнгә былай ғына һөртөргә лә, балалар өсөн кремға ҡушырға ла була.

3.Ҡәнәфер, әфлисун, әнис, кедр, бөтнөк кеүек үҫемлектәрҙең эфир майҙарын файҙаланыу ҙа ярҙам итәсәк. 7-8 тамсы эфир майын 1 аш ҡашығы көнбағыш майы менән бутағыҙ ҙа тәнегеҙгә һөртөгөҙ. Әлеге ҡатнашма менән палатка тирәһен эшкәртергә йәки уны бер аҙ усаҡҡа тамыҙырға ла була.

4.10 мл эвкалипт майын 1 лимон согы менән ҡатнаштырып тәнегеҙгә һөртһәгеҙ, серәкәйҙәр урап уҙасаҡ.

5.Ә инде тәнгә бер ни ҙә һөртөргә теләмәһәгеҙ, үҙегеҙ янында әрем һәм рәйхан йөрөтөгөҙ. Уларҙың еҫе, шулай уҡ серәкәйҙәрҙе яҡын ебәрмәй.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева