Бөтә яңылыҡтар

ЙҮКӘ СӘСКӘҺЕ ЙЫЯҺЫҒЫҘМЫ?

Ул халыҡ медицинаһында күптән файҙаланыла.

Тиҙҙән йүкә сәскәһе йыйыр ваҡыт етә. Ул халыҡ медицинаһында борондан уҡ ҡулланыла.
Йүкә сәскәһендә эфир майы, гесперидин һәм тилицианин гликозидлары, сапониндар, каротин, аскорбин кислотаһы, фарнезол һ.б. бар. Файҙаһы, билдәле булыуынса, баһалап бөткөһөҙ: температураны төшөрә, йүтәлде бөтөрөүгә булыша, иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, ҡандағы шәкәр күләмен кәметергә ярҙам итә, невроз ваҡытында тынысландыра, бөйөрҙән таштарҙы сығара.
Грипп ваҡытында, һалҡын тейгәндә, бронхиттан, ҡан баҫымы юғары булғанда, ошо төнәтмәне файҙаланыу яҡшы: 15 грамм кипкән сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу һалалар. 20-30 минут төнәтеп, һөҙөп, бал менән эсәләр.
Йоҡоһоҙлоҡтан: бер стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы йүкә сәскәһе һалып, сәй кеүек бешереп эсегеҙ.
Бөйөрҙәр елкенһенгәндә: бер стакан ҡайнар һыуға берәр сәй ҡалағы йүкә сәскәһе һәм етен орлоғо һалып, сәй һымаҡ бешерәбеҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр 0,5 стакан эсергә тәҡдим ителә.
Пародонтоз, стоматиттан: бер стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы йүкә сәскәһе һалып төнәтегеҙ һәм 5 грамм сода һалып, көнөнә 4-5 мәртәбә ауыҙ ҡыуышлығын шул ҡатнашма менән сайҡатығыҙ.
Иммунитетты нығытыу, ҡандағы холестеринды кәметеү, организмдан кәрәкмәгән тоҙҙарҙы сығарыу өсөн: термосҡа ике сәй ҡалағы йүкә сәскәһе, бер сәй ҡалағы кесерткән, бер-ике ботаҡ сельдерей, 20 грамм имбир тамыры, бер тырнаҡ һарымһаҡ, бер литр ҡайнар һыу һалып, көн дауамында эсегеҙ.
Фото интернеттан алынды.