Бөтә яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡа майы

Ҡырмыҫҡалар – урман санитарҙары. Иләү тәү ҡарамаҡҡа сүп-сар өйөмө кеүек тойола, ә ысынында, ул һис тә улай түгел. Яҡшы инженер ҙа ояны улар шикелле оҫта итеп ҡора алмай, көслө ямғыр яуғанда ла уның өҫкө ҡатламы ғына һыулана. Эйе, беҙгә уның өҫтө генә күренә, ул әллә күпме ер аҫтына төшкән, тиҙәр белгестәр.

Ҡырмыҫҡа майы ырыҫ килтерә тиҙәр. Уға бәхетле кеше генә юлыға икән.
Оло йәштәгеләр һөйләүенсә, ҡырмыҫҡа майы иләү өҫтөндә күпереп ята. Йәйгеһен көндәр оҙайлы эҫе торһа, ҡырмыҫҡалар майҙы иләүҙең өҫтөнә сығара икән. Әйткәндәй, кешеләр элек-электән ҡырмыҫҡа майы менән дауаланған. Мәҫәлән, майҙы быуындар һыҙлағанда шул урынға һөрткәндәр, бил ауыртҡанда уның менән ыуғандар. Ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға һыҙланыу-ауыртыуҙар. Тапҡан кеше уны алып ҡайтып, үҙенең бал-сағаһының тәненә, мал-тыуарының ҡолаҡ, мөгөҙ тирәләренә һөрткән.
Автор: Мунира Аглиуллина