Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Июнь 2021, 22:35

Алма, груша ағастарына бәшмәк төшһә...

Монолиоз, йәки алма һәм груша емештәренең ҡояшҡа яныуы – күпселек баҡсасыларҙың баш бәләһе. Емеш ағастарына насар йоғонто яһаған, йыш осраған ауырыуҙарҙың береһе ул.

Монолиоз, йәки алма һәм груша емештәренең ҡояшҡа яныуы – күпселек баҡсасыларҙың баш бәләһе. Емеш ағастарына насар йоғонто яһаған, йыш осраған ауырыуҙарҙың береһе ул.
"Был йоғошло ауырыу ағастар сәскә атҡан ваҡытта килеп сыға. Бәшмәктең мицелийы сәскәләрҙе зарарлай. Һөҙөмтәлә йәш япраҡтар һәм емештәр көрән төҫкә инә. Ауырыу шашып китһә, бер йыллыҡ ботаҡтар һәм емеш биргән ботаҡтар ҡорой. Ағаста ҡалған емештәр яйлап көрәнләнә һәм кибә. Тап ошо ваҡытта бәшмәкте лә күрергә була”, - тип һөйләй Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Ҡырмыҫҡалы районы буйынса агрономы Айһылыу Камалетдинова.
Яҙғыһын ағас былтырғы емеш ҡалдыҡтары, зарарланған япраҡтар аша ауырып китеүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа торошо, емеш ағастарының был патоген менән зарарланыуы өсөн шарттар тыуҙырҙы.
Баҡсаны әлеге ауырыуҙан нисек һаҡларға һуң? Тәү сиратта бөтөн кипкән ботаҡтарҙы киҫергә. Әгәр ағастарығыҙ зарарланды икән, фунгицидтар ҡулланмайынса ауырыуҙы еңеп булмай. Бер процентлы еҙ купоросын һәм 100 грамм бордосс ҡушымтаһын 10 литр һыу менән болғатып, ағастарға һиптерергә кәрәк. Эшкәртеүҙе йә иртән, йә кис ел тымғас башҡарырға кәңәш ителә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Alma-grusha-a-astarina-b-shm-k-t-sh-818331/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: