Һаҡмар
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Март 2021, 15:42

Ҡоймаҡ ҡояйыҡ

Был ҡоймаҡты эслек һалып төрөп ашарға була. Эслекте шәрбәтлеһен дә, тоҙлоһон да ҡулланырға була.

Ҡоймаҡты 1,5 стакан һөт, 2 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ менән туҡыйбыҙ.
Ҡара биҙәк өсөн 1 йомортҡа, ярты стакан һөт, ярты стакан он, өймәләмә 1 аш ҡалағы какао, 125 мл стакан кәрәк була.
Һүрән утта бешерер кәрәк. Ҡара биҙәкте башта эшләп алабыҙ ҙа, өҫтөнә аҡ ҡоймаҡты ҡоябыҙ.
Был порциянан 7-8 ҡоймаҡ сыға.
Читайте нас в