Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Ғинуар 2021, 00:33

Талҡан

Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡа һөйәге ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән.

Талҡан — туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә ризыҡ, шуға күрә уларҙы алыҫ сәфәрҙәргә алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡа һөйәге ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, уның файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең запасы 90 процентҡаса ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар — аминокислотаға, крахмал — глюкозаға. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға талҡан файҙалы.
Ғөмүмән, талҡандың файҙаһы күп. Балаларға уларҙан тәмлекәс эшләп бирегеҙ.
Талҡанға ҡуйыртылған һөт (сгущенка) ҡушып болғайһың да (үҙегеҙ самалағыҙ), унан йомроҡастар эшләгеҙ. Уларҙы кокос онтағында әүәләгеҙ. Әйткәндәй, кокос онтағы төрлө төҫтә һатыла. Талҡандан тәмлекәс татлы ла, файҙалы ла.
Читайте нас в