Бер баҡсаны ла ҡыярһыҙ күҙ алдына килтереп булмайҙыр. Тәү ҡарамаҡҡа был ябай йәшелсәне үҫтереүҙең дә серҙәре бар. Сөнки күптәр тәүҙә мул уңыш алһа ла, һуңынан ҡыяр һабаҡтарының һарғайыуын, яҡшылап үҫмәүен күҙәтә.
Шулай итеп, ҡыяр яҡтылыҡты, иркенлекте, һыуҙы яратыуын онотмағыҙ. Һауа температураһының 5 градустан түбән булыуын йәшелсә насар кисерә, ә инде температура нулдән кәм булғанда үҫемлек һәләк була. Оптималь вариант – көндөҙ һауа температураһы 20 градус йылылыҡтан да кәм түгел, ә төнөн 16-17 градус тирәһе булырға тейеш. Ҡыяр үҫкән тупраҡҡа тиреҫ, былтырғы япраҡтарҙы индереү отошло, ул органик ашламаларҙы үҙ итә. Вегетация осоронда ҡыярҙарға даими һәм күп итеп һыу ҡойорға кәрәк. Күп уңыш алам тиһәң, тупрағына ашламалар индереү мотлаҡ. Түгелгән сығымды йәшелсә үҫтергән майҙанды экономиялап та ҡайтарып була. Сөнки ҡыяр – үрмәләүсе йәшелсә. Теплица йәки түтәлдә үҫемлек өҫкә ҡарай үҫһен өсөн ябай ғына ҡоролмалар ҡуйыу ҙа етә. Ҡыяр үҫкән тупраҡ ҡомло булған осраҡта уны даими ашларға һәм күп итеп һыу һибергә кәрәк. Сөнки ҡом hыуҙы hеңдерә. Бер үҫемлек тәүлегенә 3 литр һыуға мохтаж. Ә балсыҡлы тупраҡта һыуҙың күп булыуы, киреhенсә, насар – ҡыярҙың тамырҙары ебеп серейәсәк. Бындай осраҡта тупраҡҡа тиреҫте, япраҡтарҙы күпләп индерергә кәрәк. Тиреҫте үҫемлектең япрағы серей башлағанда ла тигеҙ генә итеп түтәл өҫтөнә һибеп сығырға була. Һыуҙы биҙрәләп түгел, ә аҙлап ҡына һибеү мотлаҡ һәм ул йылымыс булырға тейеш.
Емшәндәрҙең (завязи) үҫемлектәрҙә аталанмауы, тәү сиратта, һауа торошона бәйле. Ҡайһы саҡ үҫемлек тулыһынса һау күренә, тик нишләптер емшәндәре аталанмай, тулмай. Уларҙың насар үҫеүе тупраҡта азоттың күплегенә бәйле булыуы ла мөмкин
Үҫемлектәрҙең вегетатив торошон генератив торошҡа еткереү өсөн, ә был инде ябай итеп әйткәндә, тула алмаған ҡыяр емшәндәрен аталандырыу өсөн үҫемлектәге бөтә үҫеш нөктәләрен дә – төп һабаҡтың иң осон, арҡырыға киткән һабаҡтарҙың остарын өҙөп, һис булмаһа, семетеп сығырға кәрәк. Теплица йәки түтәл янына әсегән тиреҫ йәки үлән һалынған һауыт ҡуйыу ҙа емшәндәргә ярҙам итә.
Ҡыярҙың бал ҡорттары ярҙамында аталанғандары ла була. Әгәр бер ҡап ҡыяр орлоҡтары араһында бер генә ата сәскә булһа һәм бал ҡорттары осмаһа, уңыш көтөргә ярамай. Шуға ла ҡыяр орлоғо һатып алғанда иғтибарлы булығыҙ – ҡаптарға һеркәләндереү өсөн махсус орлоҡтар һалынырға тейеш. Ғәҙәттә, бындай орлоҡтарҙы, айырылып торһон өсөн, буяп һалалар. Һеркәләндереү орлоҡтары һалынған ҡаптарҙың тышында, ғәҙәттә, был хаҡта иҫкәртеү була, уның тексы алһыу квадрат эсенә яҙыла. Онотмағыҙ – бал ҡорттары ябыҡ теплицаларға үтеп инә алмай. Тимәк, был ысул йәйге сорттар өсөн генә ҡулайлы. Әйткәндәй, бал ҡорттарын ылыҡтырыу өсөн ҡыяр сәскәләренә шәкәр һибергә мөмкин. Шуныһы ла мөһим – бал ҡорттары ярҙамында һеркәләнгән сортлы гибридтарҙа биологик актив матдәләр күп. Улар араһында тоҙлау, маринадлау өсөн бик шәп ҡыяр биреүселәр бар, етмәһә, үҙҙәре ныҡ тәмле лә була.
Ҡыяр ултыртҡандан hуң 50-70 көн үткәс уңыш бирә башлай. Ҡыярҙың ҙурлығы тик сортына ғына бәйле. Салат өсөн һайланғандарының оҙонлоғо 15-20, ә тоҙлау өсөн тәғәйенләнгәндәре 7,5-12 сантиметрҙан да артмаһын.
Ҡайһы бер баҡсасылар ҡыярҙы йыйғанда һаҡһыҙ ҡыланып, үҫемлекте зарарлай. Шуға ла, йәшелсәне матур ғына итеп ҡул менән өҙә белмәйһегеҙ икән, баҡсаға ҡайсы тотоп сығығыҙ.
Тиреҫле ҡыяр түтәле яҡты, елһеҙ урында эшләнә. Уны көнсығыштан көнбайышҡа табан эшләргә кәрәк, шулай итһәң, үҫемлектәргә ҡояш нуры күберәк төшәсәк. Түтәлдәрҙе мөмкин тиклем иртәрәк эшләү отошло булһа ла, тиреҫте тулыһынса ҡары иреп бөткән, йылынған тупраҡҡа һалалар, сөнки тиреҫ аҫтындағы тупраҡ оҙаҡ йылына алмай интегәсәк. Тиреҫте түтәлдең ситенә генә hалалар, юҡһа, үҫемлектәрҙең тамыры янасаҡ. Шулай уҡ уға бер аҙ көл дә өҫтәргә кәрәк. Түтәлдәрҙең өҫтөнә тимер сыбыҡтарҙы дуғалап ултыртып сығырға, өҫтөн полиэтилен менән ҡапларға. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан 4 сәғәт көл һалынған һыуҙа тоторға. Улар араһында 3-4 инә орлоҡҡа берәү иҫәбенән һеркәләндереүсе орлоҡ та булырға тейеш. Үҫемлектәрҙең тамыры серемәһен өсөн уның тәңгәленә бер аҙ ҡом һибергә була. Ә бына көл ҡыярҙың япраҡтарына тейергә тейеш түгел, юҡһа, улар янасаҡ.
Ҡыяр үҫкән тупраҡҡа азот етмәһә, үҫемлектең япраҡтары аҡһыл була, улар тора-бара һарғайып, ҡороп бөтә. Азоттың етешмәүе иң тәүҙә аҫҡы япраҡтарҙа күренә. Фосфор етмәгән осраҡта ҡыярҙың япраҡтары ваҡ ҡына, үтә ныҡ йәшел, хатта зәңгәрһыу төҫтә була. Япраҡтар кипһә, ҡап-ҡараға әйләнә, үҫемлек аҡрын үҫә. Шундай уҡ хәл үҫемлектәргә һыуыҡ, тупраҡта кислород, һыу аҙ булғанда ла күҙәтелә.
Калий етмәгән тупраҡта үҫкән үҫемлектәрҙең аҫҡы япраҡтарының ситтәре көйгән кеүек була, япраҡтары тулыһынса һулый. Бындай тупраҡта кәкре-бөкрө, нәҙек кенә ҡыярҙар үҫә.
Бындай осраҡта ҡыярға өҫтәмә ашлама индереүҙән башҡа сара юҡ. Минераль ашламаларҙан аммиак селитраһы, суперфосфат, аммофос, мочевина кеүектәре һәр ваҡыт ҡул аҫтында булһын. Калий ашламаларынан калий сульфаты ла ярай. Комплексы ашламалар мотлаҡ азот, фосфор һәм калийҙы бергә йыя, ҡайһы берҙәрендә магний һәм башҡа микроэлементтар ҙа була. Тауыҡ тиреҫен тупраҡҡа индереү алдынан уларҙы 2-3 көн һыуҙа әсетәләр, шунан ағас көлө ҡушып әҙерләйҙәр. Тик иҫегеҙҙән сығармағыҙ – ҡыярҙың япраҡтарына эләккән ашламаны таҙа һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк.