Нисек кенә булмаһын, мул уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы булыуы мөһим. Тик шулай ҙа матур һүрәтле ҡапта ятҡан орлоҡҡа ҡарап, уның сифатлымы, юҡмы икәнен ҡапыл ғына аңлап та булмай. Күп кенә баҡсасылар орлоҡ һайлаған саҡта үҙ тәжрибәләренә таяна. Шул турала һөйләшеп алайыҡ.
Әлбиттә орлоҡто супермаркетта ла, махсуслаштырылған кибеттә лә һатып алырға мөмкин. Шулай ҙа һеҙ тәүге тапҡыр был эш менән шөғөлләнергә уйлаһағыҙ, орлоҡто ҡайҙан һәм ниндәйен алыу тураһында таныштарығыҙ менән кәңәшләшергә, интернеттан баҡсасыларҙың фекерен уҡырға мөмкин.
Ҡапҡанға эләкмәй, сифатлы орлоҡ һатып алыу өсөн бер аҙ кәңәш биреп үтәйек:
1) Ҡайҙалыр яңы кибет асылған,унда осһоҙораҡ,тип сапмағыҙ. Өйрәнгән урындан һатып алырға тырышығыҙ. Әгәр инде киреһенсә ҡыйбатлыраҡ орлоҡтар алырға уйлаһағыҙ, чек һәм квитанцияһын һаҡлағыҙ. Түбән сифатлы булған осраҡта һеҙ уны магазинға кире ҡайтарып бирә алаһығыҙ. Уңайһыҙ, тип тормағыҙ, һатыусынан орлоҡ сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттары менән бер рәттән ваҡ хәрефтәр менән яҙылған мәғлүмәткә лә күҙ һалығыҙ. F1 — беренсе рәт гибриды, F2 — икенсе рәт гибриды. «Гибрид» тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, уның ГМО менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Киреһенсә, бындай орлоҡтар мул уңыш биреү менән бер рәттән ауырыуҙарға ла тотороҡло. Әммә бындай орлоҡтан үҫкән йәшелсәнән орлоҡ эшкәртергә ярамай.
2) Ҡыйбат – тимәк сифатлы, тип уйлап орлоҡ эшкәртеүсе фирмаларҙың тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ. Мәҫәлән, дражелы йә таҫмалы орлоҡ сәсеүгә еңелләштерһә лә, уның саманан тыш хаҡы үҙен аҡламай.
Орлоҡто сәсеү алдынан сыныҡтырыу
Дражелағы орлоҡтарҙы алдан эшкәртеү кәрәк түгел. Ҡалғандарын, айырыуса томат, ҡыяр, борос һәм ҡабаҡты эшкәртеү мөһим. Бының өсөн 20 градуслы һыуҙа 5-7 сәғәт ебетеп алалар ҙа 6 сәғәткә һыуытҡысҡа (туңдырғысҡа түгел!) һалалар. Был процедураны биш көн рәттән ҡабатлағыҙ. Шулай уҡ 60 градус эҫелектән үтмәгән духовкала 3 сәғәт йылытып алыу ҙа етә. Бынан тыш һәр баҡсасының орлоҡ сыныҡтырыу буйынса үҙе генмә белгән серҙәре бар. Шулай ҙа әгәр һеҙ орлоҡ сыныҡтырыуҙан баш тартһағыҙ, сәсер алдынан төнгөлөккә һыуға һалып торорға онотмағыҙ. Ошолай иткәндә орлоҡ тиҙерәк шытып сыға.
Тупраҡ тураһында һөйләшеп алайыҡ
Тупраҡтың магазиндан алынғанмы, әллә баҡсаныҡымы — уныһы мөһим түгел. Ә бына тупраҡ араһында шытып сығып килгән үҫентеләр булмаһын. Һауытҡа һалып, марганцовкалы ҡайнар һыу ҡойоп, 3-4 көнгә ҡалдырып тороғоҙ.
Бына тупраҡ та, орлоҡтар ҙа әҙер. Хәҙер инде һауыт әҙерләргә ваҡыт. Бының өсөн һут коробкалары ла, йогурт һауыттары ла, торфлы көршәк тә ярап ҡала. Стаканға ғәҙәттә ике-өс орлоҡ ҡына тығалар.
Бына сәсеп тә бөттөк. Хәҙер туҡландырырғамы-юҡмы, тигән һорау килеп тыуҙы. Башта бер ай тирәһе көтөгөҙ. Унан шыйыҡ комплекслы ашламаны ҡулланырға мөмкин. Сәскән саҡта тупраҡты һауытҡа ныҡ тултырып һалмағыҙ. Өҫтән 4-5 см урын ҡалдырығыҙ. Үҫентеләр үҫкән һайын яйлап ҡына тупраҡ өҫтәп барығыҙ.
Үҫентеләрҙе тәрбиәләү һәм асыҡ ергә ултыртыу тәртибе.
Үҫентеләрҙе тәүге япрағы күренгәс тә күсереп ултыртырға мөмкин. Мөсһөҙ генәләрен ҡырҡып ташлағыҙ. Тамырына һауа үтеп инһен өсөн тупағын йомшартып торорға онотмағыҙ. Һабағы ҡараймаһын өсөн тупраҡ өҫтөнә бер аҙ көл һибегеҙ. Үҫенте тура үҫһен өсөн ҡояшлы яҡҡа әле бер, әле икенсе яғын әйләндереп-әйләндереп тороғоҙ. Әгәр ултырған урыны ҡояшлы булмаһа, өҫтәмә рәүештә яүҡтыртыу юлын эҙләгеҙ.
Үҫентеләргә ҡоя торған һыуҙа хлор булырға тейеш түгел. Шуға алдан алып, тондороп ултыртығыҙ.
Асыҡ ергә сығарыр алдынан ике аҙна алдынан балконға йә соланға бер-ике сәғәткә сығарып-сығарып алығыҙ. Бер аҙна үтеүгә ул ваҡыт 5-6 сәғәткә тиклем барып етергә тейеш. Тышҡа сығарыу мәлен үҙегеҙ йәшәгән ерлектең характерына ҡарап һайлағыҙ.