Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Май 2022, 12:30

Хикмәтле хикәйәт

Көндәрҙән бер көндө, бәндәләрҙең маҙаһына тейеп йөрөмәһен тип, Баязид Бистами иблисте сынйырҙар менән бығаулап ҡуя. Быны күреп, шайтандар ҙа бәндәләрҙе аҙҙырыуҙан тыйылып тора. Шул саҡта бөтә әҙәмдәр донъя эштәрен ташлап, ғибәҙәткә генә бирелә...

Хикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

Көндәрҙән бер көндө, бәндәләрҙең маҙаһына тейеп йөрөмәһен тип, Баязид Бистами иблисте сынйырҙар менән бығаулап ҡуя. Быны күреп, шайтандар ҙа бәндәләрҙе аҙҙырыуҙан тыйылып тора. Шул саҡта бөтә әҙәмдәр донъя эштәрен ташлап, ғибәҙәткә генә бирелә. Мосолмандың ғибәҙәттә лә, хеҙмәттә лә тырыш булырға тейешлеген онотоп һәр көн итмештәренә зыян килтереп, улар фәҡирлеккә төшә.

Фәҡирлекте дин хупламай. Шайтан ҡытыҡлап ҡына тормағас, был мосолмандар көн итеүҙәрҙәге тырышлыҡтың бәрәкәтек тормошта уҡ килеп, ғибәҙәттәге тырышлыҡтарҙың әжере Ахирәткә ҡалыуын онотоп ебәрә.

Был хәлдәрҙән ғәжиз ҡалған Бистами иблисте тағы бәйҙән ысҡындыра. Әҙәмдәр тағы донъя эштәренә ҡайта.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: