Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
11 Апреля 2022, 07:05

Ураҙаны ниҙәр боҙа?

Ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу, ҡан алдырыу, мунсала оҙаҡ ултырыу...    

Ураҙаны ниҙәр боҙа?Ураҙаны ниҙәр боҙа?
Ураҙаны ниҙәр боҙа?

 

Ураҙаны нимә боҙмай?

һатып алынасаҡ ризыҡты татып ҡарау;

балаға тәғәм сәйнәп биреү;

күҙгә һөрмә тартыу;

мыйыҡ һәм иренде майлау

тештәрҙе таҙартыу;

ауыҙға килгән лайланы йотоу;

һөлөк һалдырыу;

ҡомған менән ғөсөл ҡойоноу;

мунсала тирләп сығыу;

һабын менән йыуыныу;

һыу төшөү, ауыҙға һәм танауға һыу индереүҙән һаҡланығыҙ.

 

Ураҙаны нимә боҙа?

буш һүҙ һөйләү;

әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү;

мунсала оҙаҡ ултырыу;

һыуға сумып ҡойоноу;

тәғәм йә һағыҙ сәйнәү (тәмле, татлы һағыҙҙар ураҙаны боҙа)”

кәрәге булмайынса тел менән берәй ризыҡты тәмләп ҡарау;

хәләл ефетеңде үбеү;

бер ҙә ифтар ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу;

ниндәй булһа ла берәй гонаһлы эш эшләү;

ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу;

ҡан алдырыу.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас