Өсөнсө бүлек
Төштөң хикмәте.
Бер нәмәгә ҡарамай, йәшәргә кәрәген, уның өсөн йәбешеп ятып тырышырға кәрәген аңлаған инем. Эргәлә ятҡан башҡа ауырыуҙарға ҡарап, бер ҙә улар кеүек булып ҡалаһым килмәй ине шул...
...Бер 18 йәшлек кенә ҡыҙҙы әсәһе ҡалаҡлап ашата, уныһы һыу ҙа йота алмай. Әсәһе илай–илай тәрбиәләй, көн дә йыуындырып, сәстәрен тарап үрә.
Бер сибәр ҡатынды ире ҡарай. Ул ҡатын үҙенең балаларын да танымай. Үҙенә оҡшаған матур, йәш ҡыҙы килеп, көн дә тиерлек,“әсәкәйем, был мин – һинең ҡыҙың Валя бит, нишләп мине танымайһың һаман? ” – тип, илап – илап, ҡайтып китә. Ә ул һөйләшмәй ҙә, танымай ҙа. Ир еткән улы ла эргәһендә бер аҙ ултырып, аптыранып, ҡайтып китә. Әсәләре төрлө өндәр генә сығара, бөтөнләй һөйләшә алмай.
Өсөнсө ҡатынды бына инде өс ай ире ҡарай икән. Тормай ҙа, йөрөмәй ҙә, ары – бире ымлап,төрлө өндәр сығарып, аңлатырға тырыша. Бөтәһе ике һүҙҙе ҡабатлай:”наверное”, “конечно”. Ире аңламаһа, илай ҙа ҡуя. Быныһы ҡушылып илай... Ул ҡатын шырпы фабрикаһының директоры булып эшләгән. Ҡырҡ йәште үткән сибәр ҡатын.
...Ҡайҙамын мин, бөтә донъя ап – аҡ, ҡармы, әллә томан сорнаған,
Яҡ - яғымда оса фәрештәләр, барыбыҙ ҙа ята, тормаған.
Баш осомда тора бер фәрештә, миңә ниҙер әйтә шым ғына.
Бер ҡараһаң яҡты, берсә ҡараңғылыҡ, берсә шау-шыу, берсә тын ғына.
Улмы, кемдер миңә әйтә кеүек: ҡайҙа һинең белгән доғаларың?
Бер уй ҙа юҡ башта, яйлап ҡына, иҫкә төшә минең доғаларым:
...Йәсин...Тағы Кәүҫәр...НӘС...ФӘЛӘҠ...
Ҡысҡырып мин уҡып ебәрәм, иҫтәремә төшөрәм һәләт.
(Тик аҙаҡтан беләм: телһеҙ - өнһөҙ, хәрәкәтһеҙ генә,
үҙ донъямда йәшәп ятҡанмын...)
Барыһы ла миңә төштә кеүек... Ә бит былар өндә!
Ике ярға һуғылып, үтә көндәр: бер аҡ, берсә ҡара төндә.
Бара көрәш: йәшәү менән үлем ҡараһы - күҙ ҙә ҡаш араһы.
Күҙем асһам, йә Аллам! Был - яралы ҡоштар донъяһы!
Ҡайһының ҡанат ҡайырылған, ҡайһыһы был донъянан айырылған,
Ҡайһыһының йәне яралы, туған, дуҫтарынан айырылған.
Шулар араһында мин дә, ни хикмәттән икән, йән ҡыйылған...
Ниндәй донъя һуң был... Кемдәр былар... Ниндәй ҡәһәр төшкән уларға?!
Раббым һынауымы, аңға барып етмәй...Кем аңлатыр икән шуларҙы?
Фәрештәләр ҡанат ҡаға янда. Береһе китә, береһе тора һаҡта.
Кәрәк микән, терелтергә шулай, йәне менән тәне айырылғанды?!
Доға... доға... тел осонда тора... Үҙем өсөн түгел, кәрәк яндағына
Йәшәү тамсылары ҡоялар... аңламайҙар... доға кәрәк уға, доғалар...
Дарыу йән өрәлер ҙә ул тәненә... Доға кәрәк уның йәненә...
...Өнөмдәме, әллә төшөмдәме»... Әсәм килде минең яныма...
(Ул бик күптән инде әхирәттә. Килгән, кәрәк булғас йәнемә...)
...Ҡарашында уның уҫаллыҡмы,әллә аптыраумы сағыла...
Нишләтергә быны, тигәндәй, оҙаҡ ҡарап тора тағы ла.
Унан, миңә күҙҙәренең асыуы, әсе елдәй, килеп ҡағыла:
Ерҙә күпме һинең эшең бар, башланмаған, тамамланмаған.
Эсер һыуың, ейер ризығың, йәнең әле тынысланмаған.
Ҡапыл, “һиңә бында ни бар”, тигәндәй, ҡулын һелтәй, юғала.
...Шул көн кире ҡайттым донъяға. Йәнем ҡарышыуҙан туҡтала...
Бөтмәгәндер эшем донъяла: бар, бар әле, һөйөү донъяға!
Апайым, ирем, туғандарым, хәлдәренән килгән тиклем, миңә ярҙам иттеләр. Уларҙың ярҙамын тойоу миңә дәрт, ышаныс бирҙе.
Киренән әҙәм рәтенә инеп китер өсөн, айҙар ғына түгел, йылдар кәрәк булды.
Ғәжәп хәл инде:барлыҡ булған һаулығың бер нисә минут эсендә юҡҡа сыҡһа - уны киренән тергеҙер өсөн йылдар кәрәк... Әммә кире элекке һау сағыңа бөтөнләйгә әйләнеп ҡайтыу мөмкин түгелдер инде... Ә бит кеше үҙенең һау сағында ул турала уйлап та бирмәй, мәңге шулай йүгереп йөрөрмөн, тип уйлай.
Ни генә тиһәң дә, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте киң: үҙ аяҡтарымда йөрөп киттем, намаҙҙамын, үҙ-үҙемде ҡарай, тәрбиәләй алам. Кеше көнлө итеп ҡалдырманы, шуға мең шөкөрҙәр ҡылам...
Таңһылыу Йәнтүрина.
Дауамы бар.