ОЯТ ТУРАҺЫНДА ХӨКӨМДӘР
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙән халыҡҡа: оятың булмаһа, нимә теләһәң, шуны эшлә», — тигән һүҙҙәр килеп еткән.
Оят — ул игелеккә эйәреүгә һәм яманлыҡтан тыйылыуға сәбәп булған әҙәптән килә. Шул әҙәп сәбәпле араларҙа дуҫлыҡ нығый, ыҙғыштарға юл ябыла. Шуның өсөн дә оят тураһындағы нәсихәттәр тәүге пәйғәмбәрҙәрҙән һуңғыларына күсә килеп, артабан бер илсе тарафынан да алмаштырылмай, үҙенең рухын мосолман өммәтенә килтереп еткерә.
Аллаһы Тәғәлә биргән хөкөм булараҡ ул — пәйғәмбәрҙәр мираҫы — бәндәләрҙең тормошон, йәнен игелек менән тулыландырып, күңелдәрҙә йәшәп килә.
Риүәйәттәр беҙгә Ибн Ғүмәрҙең дә: «Ояты булған — йәшеренә лә белә, йәшеренә белгән — тәҡүәлеккә юл таба, тәҡүә кеше иһә — хәүеф- хәтәрҙәргә юлығып бармай», — тигән һүҙҙәрен килтереп еткергән.
Дин ғалимдарынан Әбүл Касим Жунайд әйткән һүҙҙәр бик фәһемле: «Оят — ул Аллаһы Тәғәләнең бәндәгә ҡарата булған игелектәрен дә, үҙеңдең хаталарыңды ла күрә белеү. Бына ошо күрә белеүҙәр араһында оят барлыҡҡа килә».
Ниндәй генә дәүерҙә йәшәһәк тә ҡанун-ҡағиҙәләрҙе белергә тейешбеҙ.