Хәҙис-шәрифтәр
*Йома – иң хәйерле көндәрҙең береһе. “Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн – йома. Был көндө Әҙәм ғ.с яратылды, ошо уҡ көндө Йәннәткә индерелде һәм йома көн унан сығарылды. Ҡиәмәттә мотлаҡ ошо көндә ҡубасаҡ”, – тиелгән хәҙистә.
*Йома көндө доғалар мотлаҡ ҡабул ителер сәғәт бар.
*“Кеше йома көндө йәки кисендә (кесе йоманан йомаға ҡарай) вафат булып ҡалһа, Аллаһы Тәғәлә уны ҡәбер ғазабынан ҡотҡарыр”, тигән хәҙис бар.
*Мосолмандарҙың йома намаҙына йыйылыуы – Ислам диненең иң мөһим күренештәренең береһе. Ул көндө мәсеткә иртәрәк барыу хуплана.
*“Кем йома көндө ғөсөл ҡойоноп, мәсеткә иртәрәк килә, шул дөйәне ҡорбан иткән кеүек сауап алыр, кем унан һуңыраҡ килә, шул – һыйырҙы, унан һуң да килгәне – һарыҡты, унан арттараҡ ҡалыусы – тауыҡты, ә тағы ла аҙағыраҡ килеүсе йомортҡаны ҡорбанға биргән кеүек булыр. Имам хөтбә һөйләргә сыҡһа, фәрештәләр ҙә уны тыңлар өсөн килеп ултырыр”, – тигән бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с.