Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
24 Января 2022, 07:00

Ярат ауылы мәсете

Ике йөҙ йыл ти мәсеткәБелмәйем аныҡ.Ҡарағастан һалынған улҺаман да бик ныҡ... Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярат ауылы мәсете

Ике йөҙ йыл ти мәсеткә
Белмәйем аныҡ.
Ҡарағастан һалынған ул
Һаман да бик ныҡ.

Бай тол ҡатын әйткән, һөртөп
Йәш баҫҡан күҙен:
Ирем хөрмәтенә мәсетте
Күтәртәм үҙем.

Ошо ауылдан булған ул
Ярат ҡарт ҡыҙы
Онота алмаған иренең
Хөрмәтен, наҙын.

Мәрхүм рухына эшләнгән
Сауаплы аҙым
Күркәм мәсет ҡалҡып сыҡҡан
Шул уҡ йыл яҙын.

Нисәмә йылдар ултыра
Изге дин йорто
Иманлы итеп халыҡты-
Ауылдың ҡото.
 
Сынтимер Юлыев.
 
 
Ярат ауылы мәсете
Ярат ауылы мәсете
Автор:Лилия Такаева