Тәнегеҙ өсөн ғибәҙәттең ҡайһыһы еңел булыуын әйтәйемме? — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — ул — өндәшмәй тороу һәм күркәм холоҡ.
Ата-әсәгә итәғәт — Аллаһҡа итәғәт ул. Уларға (ата- әсәгә) ҡаршы тороу — Аллаһҡа ҡаршы тороу.
Мең кеше ярҙам итергә торор - Алланың ризалығы булмаһа, береһе лә ярҙам итә алмаҫ, мең кеше зыян итергә торор - Алланың ризалығы булмаһа, береһе лә зыян итә алмаҫ.
Саҙаҡаларҙың иң хәйерлеһе - телде тыйыу.
Шайтанға эйәреү яҙмыштың насарына барыу юлын еңеләйтә. Уйлай белгән кеше быны үҙ тормошонда ла күреп тора: кисә типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр бөгөн гүргә барып инә.
Кем кешеләргә рәхимле, шәфҡәтле булмай, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә рәхмәт һәм шәфҡәт күрһәтмәҫ.
Изгелектәрең өсөн шатланыр, яманлыҡтарың өсөн көйөнөр булһаң, һин – мөъмин.
Кемдең дә булһа аманатын һиңә тапшырғандар икән, үтә.
Әҙәм балаларынан һәр кем хаталанып ҡына тора, хаталаныусыларҙың иң яҡшылары - тәүбә итә белгәндәр.
Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө бәндә - ғаиләһенә иң күп файҙа килтерә торған бәндә.
Ишеткән бер нәмәне һөйләп йөрөү - гонаһлы булыу өсөн етеп кенә тора.