

* * *
Диндә лә сама белеүҙең баһаһы оло. Сама белегеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәр ғ.һ.с. “Бөтә нәмәне саманан арттырып ебәрергә тырышҡандар һәләк буласаҡ”, – ти ул. Донъя тип динде, дин тип донъяны оноторға ярамай, тип өйрәтә хәҙистәр.
* * *
Бәндәләрҙең эшләгән яуыз эштәре тутыҡ булып уларҙың күңелдәрен ҡаплай. Был тутыҡ кешенең тыумыштан килгән, ярал-тылмыш хәлендә Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи сафлығын юҡҡа сығара, нурын һүндерә, күңелен ҡарайта. Шул ваҡытта күңелдә Аллаһ биргән нурҙы ҡабул итергә урын ҡалмай.
* * *
Бөйөктәр менән бергә табындаш булып, ғалимдарға һорауҙар биреп, зирәктәр менән осрашып тороғоҙ.
* * *
Ата-әсәләре иҫән ваҡытта йә уларҙың береһе, йә икеһе алдында ла гонаһлы булғандар йәннәтте күрмәҫ. Ундайҙар нәфрәткә дусар булыр.
* * *
Үҙен ҡулға ала белеп, тиҙ генә тыныслана белгән кешеләрҙе пәйғәмбәребеҙ ысын мәғәнәһендәге батырҙарға тиңләгән.
* * *
Саҙаҡа – ул мал ғына түгел. Кешенең үҙ ҡәрҙәшен ҡаршы алғанда йылмайыуы – саҙаҡа, изгелеккә өндәп, тыйылғандарҙан тыя белеүе – саҙаҡа, аҙашып йөрөгән кешегә юл күрһә-теүе – саҙаҡа, кешегә ҡамасаулап юлда ятҡан ҡыйҙы алып ташлауы – саҙаҡа, берәүгә эсәр һыу биреү – саҙаҡа, күҙе насар кешегә ярҙам итеүе лә саҙаҡа.