Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
13 Октябрь 2021, 18:10

Хикмәтле хикәйәт

“Нимә булды?”-тип һорайҙар унан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр. “Күршем насар, йәшәр хәл ҡалманы”,-ти кеше...

Күршеләрегеҙҙең һеҙҙә ниндәй хаҡы барын беләһегеҙме?”-тип һорай ҙа үҙенең сәхәбәләренән, үҙе үк яуап та бирә пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: - Ярҙамға мохтаж булһа, ярҙам ит, уның ярҙамға хаҡы бар; эшендә булышырға кәрәк булһа, булышыуҙан баш тартма; бәләгә төшһә, бәләлә ҡалдырма; ауырып китһә, барып хәлен бел, үлеп ҡалһа, йыназаһында ҡатнаш; шатлығы булһа, шатлығын уртаҡлаш; өй төҙөһәң, күршеңде елдәрҙән һәм ҡояш нурҙарынан ҡапларлыҡ итеп төҙөмә; еләк-емеш үҫтерһәң, күршеңә өлөш сығар, әммә, башҡаларҙы ҡыҙыҡтырыр өсөн тип, балаларың уны урамға алып сыҡмаһын!”

Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә килеп берәү күршеһенә зарлана: “Сабыр ит!”-ти пәйғәмбәр. Әммә сабыр итеүҙәре бер файҙа бирмәгәс, дүртенсе килеүендә: “Әйберҙәреңде урамға сығарып ҡуй”,-тип кәңәш бирә. Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә эшләй кеше: әйберҙәрен урамға сығарып ҡуя ла, үҙе лә шунда барып ултыра. “Нимә булды?”-тип һорайҙар унан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр. “Күршем насар, йәшәр хәл ҡалманы”,-ти кеше. Быны күргән кешеләрҙең һәр береһе шул ваҡыт: “Уға Аллаһтың ләғнәте төшһөн!”-тип үтә башлай. Был хәлдән бөтөнләй ғажиз ҡалған күршеһе: “Әйберҙәреңде өйөңә индереп ҡуй. Аллаһ менән ант итеп әйтәм: башҡаса һиңә бер ниндәй ҙә зыян килтермәм”,-тип ялына. Ике аралағы ыҙғыш-талаштар туҡталып ҡала.

Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнө буласағына инанған кеше күршеһенә лә яҡшы булһын. Үҙенең яманлығынан күршеһе имен булмаған кеше – беҙҙән түгел”,-тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: