Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
19 Июль , 10:05

ҠОРБАН САЛЫУҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАПТАР

- Күмәкләп мал салғанда һәр ете кешенең дә ҡорбан салыу ниәте булырға тейешме, әллә ҡайһы берәүҙәре “ит кәрәк” тип ҡушылһа ла дөрөҫмө?..

ҠОРБАН САЛЫУҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАПТАР

20 июлдә мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе – Ҡорбан байрамы билдәләнә. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан ҡорбан салыу, байрамды үткәреү һ.б. буйынса һорауҙар күп килде. Бөгөн уларға райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин яуап бирә.

- Ҡорбан салыу ваҡыты бармы?

- Ҡорбан салыу ваҡыты Ҡорбан байрамы көнөндә иртәнсәк (әммә мотлаҡ ғәйет намаҙынан һуң) башлана, һәм, барыһы өс көн дауам итеп, өсөнсө көндөң ҡояшы батҡанда тамамлана. Әгәр кемдер ғәйет намаҙынан алда салһа, ул ҡорбан салғанға һаналмай, ә ғәҙәти мал салған кеүек була. Шулай уҡ дүртенсе көнгә ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки ҡорбан салыуҙы ла мотлаҡ үҙенә тәғәйен ваҡытында башҡарырға кәрәк. Әгәр ниндәйҙер берәй ауылда ғәйет намаҙы уҡылмаһа, ул ерҙә ҡорбанды иртә таңдан уҡ сала башларға мөмкин.

- Өс көндөң ҡайһыһында ҡорбан салыу хәйерлерәк?

- Әлбиттә, беренсе көндә салыу икенсе көнгә ҡарағанда хәйерлерәк. Икенсе көндө башҡарыу иһә өсөнсө көнгә ҡарағанда яҡшыраҡ.

- Һарыҡ менән кәзә нисә йәштә булырға тейеш? Улар нисә кеше исеменән салына ала?

- Кәзә-һарыҡ бер йәштән дә кәм булырға тейеш түгел. Әгәр бер йәштән кәм булып, әммә кәүҙәләре ҙур булһа (йәғни ҡарап тороуға бер йәшлек һымаҡ күренһә), ул саҡта уларҙы ҡорбан итеп салыу рөхсәт ителә. Бер ваҡ мал бер кеше исеменән салына.

- Эре малдан ҡорбан салынһа, уның итен нисек бүлергә?

- Ҡорбанды бергәләп салған кешеләр араһында ул ит башта үлсәүҙәрҙә үлсәнелә, шунан һуң теүәл рәүештә иҫәпләп, бүлеп бирелә. Самалап ҡына бүлергә ярамай. Мәҫәлән, бер һыйырҙы ете кеше ҡушылып салһа, ә һыйырҙың ауырлығы 350 кг булһа, һәр кешегә 50-шәр кг ит тейергә тейеш. Шулай уҡ был осраҡта ит бүлеүсе кешенең ғәҙел булыуы шарт.

- Күмәкләп мал салғанда һәр ете кешенең дә ҡорбан салыу ниәте булырға тейешме, әллә ҡайһы берәүҙәре “ит кәрәк” тип ҡушылһа ла дөрөҫмө?

-Өлөшкә инеп ҡорбан салғанда һәр ете кешенең дә ҡорбан салыу ниәте булырға тейеш. Әгәр береһендә башҡа ниәт булһа, ҡалғандарының да ҡорбандары ҡабул булмай.

- Эре мал нисә йәшлек булырға тейеш һәм улар нисә кеше исеменән салына?

- Һыйыр малы – ике йәшлек, дөйә биш йәшлек булырға тейеш. Ундай хайуандарҙы бер кеше исеменән башлап, етегәсә кеше исеменән ҡорбан итеп салырға мөмкин.

- Ҡайһы бер нескә күңелле кешеләр хайуанды ҡыҙғанып, үҙҙәре һуя алмай. Уларға икенсе кешенән салдырырға мөмкинме?

- Әлбиттә ярай.

- Ҡорбан хайуанының һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа ҡуйырға?

- Был хаҡта аят һәм хәҙистәрҙә ишаралар юҡ. Мәҫәлән, эткә йә бесәйгә лә бирергә мөмкин. Иң хәйерлеһе – ергә күмеү.

- Ниндәй хайуандарҙы ҡорбанға бөтөнләй салырға ярамай?

- Кәмселеге шаҡтай күп, сиктән артҡан булһа, ундай малды ҡорбанға салыу дөрөҫ түгел. Улар иҫәбендә:

-бер күҙе йәки икеһе лә бтөнләй күрмәһә;

-йөрөй алмаҫлыҡ дәрәжәлә аҡһаҡ булһа; ҡойроғоноң яртыһынан күберәге ҡырҡылған булһа;

-ҡолаҡтарының яртыһынан күберәге ҡырҡылған булһа;

-еленендә имсәктәре булмаһа;

-бик ныҡ ябыҡ булһа;

-көтөүгә йөрөй алмаҫлыҡ дәрәжәлә ҡоторонған әйләнсек булһа.

 

Автор:Гузель Салихова