Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
13 Апрель , 08:25

Ураҙала көтөлгән, өмөт ителгән бәхеткә ирешеү өсөн

Күҙҙе файҙаһыҙ, йөрәкте илһамынан һәм яҡшы эштәрҙән айырасаҡ хәрәм нәмәләргә ҡарауҙан һаҡларға кәрәк. Телде ялған, ғәйбәт, насар һүҙ кеүек насарлыҡтарҙан айырырға кәрәк...

1. Күҙҙе файҙаһыҙ, йөрәкте илһамынан һәм яҡшы эштәрҙән айырасаҡ хәрәм нәмәләргә ҡарауҙан һаҡларға кәрәк.

2. Телде ялған, ғәйбәт, насар һүҙ кеүек насарлыҡтарҙан айырырға кәрәк.

Хәҙис шәрифтә әйтелгәнсә: “Ураҙа – бөтә насарлыҡтарҙың ҡалҡанылыр”. Ураҙалы кеше яһиллыҡ менән насар һүҙ һөйләмәһен. Инде берәйһе әйтешеп, ҡаршы килһә: “Мин ураҙаламын”, – тип яуап ҡайтарығыҙ! Ураҙалы кеше үҙен лайыҡлы хис итһен. Үҙенә бәйләнгән, теңкәһенә тейгән кешеләргә лә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә, һәр кеше менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәк.

3. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһы уртаҡ, шуға ла хәрәм һәм файҙаһыҙ нәмәләрҙән ҡолаҡты һаҡларға кәрәк.

4. Күҙҙе, телде, ҡолаҡты насарлыҡтарҙан һаҡлаған кеүек, ҡул, аяҡ һәм башҡа ағзаларҙы ла хәрәмдән, шөбһәле-шикле нәмәләрҙән һаҡлау зарур. Ашҡаҙанығыҙға хәрәм ризыҡ инмәһен.

5. Сәхәрҙә төрлө-төрлө ризыҡтар ашау ҡурҡыныс булмаһа ла, ифтарҙа баҫҡан килеш ашап, ураҙанан көтөлгән файҙаға кәртә ҡуймағыҙ.

6. Ифтарҙан һуң ошо тотҡан ураҙағыҙ ҡабул ителдеме, тип уйланығыҙ, һорағыҙ.