Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
13 Апрель , 08:30

Изге ниәттәр менән Ураҙаға индек!

Күрмәгәнгә күҙ бир, Телһеҙенә һүҙ бир. Хисһеҙенә хис бир, Сабыр итер көс бир. Бәхетһеҙгә – бәхет, Дан һөйгәнгә тәхет. Сирлеһенә – дауа – Ҡөҙөрәтле һауа...#доғаҡылайыҡ

Күрмәгәнгә күҙ бир,
Телһеҙенә һүҙ бир.
Хисһеҙенә хис бир,
Сабыр итер көс бир.

Бәхетһеҙгә – бәхет,
Дан һөйгәнгә тәхет.
Сирлеһенә – дауа –
Ҡөҙөрәтле һауа.

Ас булғанға – туҡлыҡ,
Бөтөрмәһен юҡлыҡ.
Яңғыҙҙарға парын,
Фәҡиренә барын.

Балаһыҙға бала бир,
Итәгенә һала бир.
Олоһона ҡәҙер
Булып торһон әҙер.

Көсһөҙөнә көсөн,
Күтәралһын өсөн.
Изгеһенә сауап,
Һинән булыр яуап.

Мин дә ниәт итеп,
Гонаһтарҙан китеп,
Өмөтләнеп Һинән,
Ураҙаға инәм.
Миләүшә Ҡаһарманова.
Фото интернеттан алынды.