Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
12 Апрель , 17:20

Ураҙаның файҙаһы

Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ...

Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде асыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе әмер итмәҫ. Ураҙаның тағы ла бик күп файҙаһы барҙыр. Быларҙың бәғзеләре шуларҙыр:

1. Аллаһы Тәғәлә ашау һәм эсеүгә мохтаж түгелдер йәки ихтыяжы юҡтыр. Ураҙа тотҡан кеше Аллаһы Тәғәләнең әхлаҡи ҡөҙрәттәренә бәйләнер.
Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Бер кеше Аллаһы Тәғәләнең әхлағьнан бер әхлаҡҡа ирешһә, ул кеше йәннәткә юлланыр”.

2. Ураҙа − йәшерен бер ғибәҙәттер. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Йәшерен бирелгән бер көмөш асыҡтан-асыҡ итеп бирелгән 700 көмөштән өҫтөндөр”.

3. Ураҙа тотоусы – нәфсене еңә белеүсе. Был да өҫтөн бер ғибәҙәттер.

4.Ураҙа тотоу менән шайтанды ла еңеү мөмкиндер.
Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Шайтан тамырҙарығыҙҙа ҡан кеүек борғоланыр. Ураҙа тотоу менән юлдарын тарайтығыҙ!”

5. Ураҙа тотоу менән фәрештәләргә оҡшашлыҡ булыр. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Аллаһ юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен Аллаһы Тәғәлә йәһәннәмдән 70 йылға алыҫлатыр”.

6. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.

7. Ураҙа тотҡанда мосолмандарҙа ас йөрөгән фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге артыр.

8. Ифтарға саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек бәйләнештәре ҡеүәтләнер.

9. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ.

10. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр.
Ураҙаның кеше тәнен сәләмәтләндергән файҙалары шуларҙыр:
Ураҙа тотҡандарҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың әҙәйеүе һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Ураҙала нервы системаһы ла бер еңеллек эсендә ҡала. Бер ғибәҙәтте еренә еткереү бәхете ихтыяждаҙы, ауырлыҡтарҙы аҙайтыр, йомшартыр.