Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
29 Май 2019, 12:17

Гонаһтарҙан ҡотолор мәл

Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе. Башҡалары: Кәлимәи шәһаҙәт килтереү, намаҙ уҡыу, зәҡәт биреү һәм хажға барыу. Исламдың биш шартының дүртенсеһе мөбәрәк Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙыр.

Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе. Башҡалары: Кәлимәи шәһаҙәт килтереү, намаҙ уҡыу, зәҡәт биреү һәм хажға барыу. Исламдың биш шартының дүртенсеһе мөбәрәк Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙыр.

Рамаҙан – “яныу” тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр.Ураҙа – йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән туҡталып тороу. Ураҙа тотоу өсөн иртән тороп ашалған ризыҡҡа “сәхәр”, ураҙаны асыу – ауыҙ асыуға “ифтар” тиҙәр. Ураҙаның мәғәнәһе кешеләргә аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнен аңлатыу өсөн кәрәк. Туҡ кеше һис бер ваҡытта ла астың хәлен аңламаҫ һәм уға мәрхәмәт итмәҫ. Ураҙа ас кешеләрҙең ниндәй ғазаптар кисергәнен аңлатыр, шул уҡ ваҡытта нәфсегә хужа булырға өйрәтер.Ураҙа тотоу ваҡыты һәр йыл әүәлге йылдан ун көн иртәрәк килер. Ошо сәбәптән уның йәй һәм ҡыш айҙарында килеүе тәбиғиҙер. Йәй айындағы ураҙаларҙы үтәй алмаған сирле кешеләр уны ҡышҡы айҙарҙа тота ала. Уны бөтөнләй тота алмаған бик ҡарт кешеләрҙең аҡса йәки саҙаҡа биреүе мөмкин.

Ислам динендә ауырлыҡ һәм яйһыҙлыҡтар килтереү юҡтыр. Таҙалыҡсәләмәтлекте бөтөрөп, сирләп, ғибәҙәт итеүҙе Аллаһ һис бер ваҡыт теләмәгән. Ураҙа тотоу, мосолмандарға вазифа булған һымаҡ, башҡа диндәрҙә лә әмер ителгән. Ҡөрьән Кәримдә лә “ӘлБәҡара” (Һыйыр) сүрәһенең 183-сө аятында: “Эй, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп киткәндәргә фарыз ителгән кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки, һеҙ (был фарыздарҙы үтәп) ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ?” – тиелә.


Ураҙала көтөлгән, өмөт ителгән бәхеткә ирешеү өсөн

1. Күҙҙе файҙаһыҙ, йөрәкте илһамынан һәм яҡшы эштәрҙән айырасаҡ хәрәм нәмәләргә ҡарауҙан һаҡларға кәрәк.

2. Телде ялған, ғәйбәт, насар һүҙ кеүек насарлыҡтарҙан айырырға кәрәк.

Хәҙис шәрифтә әйтелгәнсә: “Ураҙа – бөтә насарлыҡтарҙың ҡалҡанылыр”. Ураҙалы кеше яһиллыҡ менән насар һүҙ һөйләмәһен. Инде берәйһе әйтешеп, ҡаршы килһә: “Мин ураҙаламын”, – тип яуап ҡайтарығыҙ! Ураҙалы кеше үҙен лайыҡлы хис итһен. Үҙенә бәйләнгән, теңкәһенә тейгән кешеләргә лә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә, һәр кеше менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәк.

3. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһы уртаҡ, шуға ла хәрәм һәм файҙаһыҙ нәмәләрҙән ҡолаҡты һаҡларға кәрәк.

4. Күҙҙе, телде, ҡолаҡты насарлыҡтарҙан һаҡлаған кеүек, ҡул, аяҡ һәм башҡа ағзаларҙы ла хәрәмдән, шөбһәле-шикле нәмәләрҙән һаҡлау зарур. Ашҡаҙанығыҙға хәрәм ризыҡ инмәһен.

5. Сәхәрҙә төрлө-төрлө ризыҡтар ашау ҡурҡыныс булмаһа ла, ифтарҙа баҫҡан килеш ашап, ураҙанан көтөлгән файҙаға кәртә ҡуймағыҙ.

6. Ифтарҙан һуң ошо тотҡан ураҙағыҙ ҡабул ителдеме, тип уйланығыҙ, һорағыҙ.


Ураҙаның файҙаһы

Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде асыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе әмер итмәҫ. Ураҙаның тағы ла бик күп файҙаһы барҙыр. Быларҙың бәғзеләре шуларҙыр:

1. Аллаһы Тәғәлә ашау һәм эсеүгә мохтаж түгелдер йәки ихтыяжы юҡтыр. Ураҙа тотҡан кеше Аллаһы Тәғәләнең әхлаҡи ҡөҙрәттәренә бәйләнер. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Бер кеше Аллаһы Тәғәләнең әхлағынан бер әхлаҡҡа ирешһә, ул кеше йәннәткә юлланыр”.

2. Ураҙа – йәшерен бер ғибәҙәттер. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Йәшерен бирелгән бер көмөш асыҡтанасыҡ итеп бирелгән 700 көмөштән өҫтөндөр”.

3. Ураҙа тотоусы – нәфсене еңә белеүсе. Был да өҫтөн бер ғибәҙәттер.

4. Ураҙа тотоу менән шайтанды ла еңеү мөмкиндер. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Шайтан тамырҙарығыҙҙа ҡан кеүек борғоланыр. Ураҙа тотоу менән юлдарын тарайтығыҙ!”

5. Ураҙа тотоу менән фәрештәләргә оҡшашлыҡ булыр. Хәҙис шәрифтә бойоролдо: “Аллаһ юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен Аллаһы Тәғәлә йәһәннәмдән 70 йылға алыҫлатыр”.

6. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер.

7. Ураҙа тотҡанда мосолмандарҙа ас йөрөгән фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге артыр.

8. Ифтарға саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек бәйләнештәре ҡеүәтләнер.

9. Ураҙалы кеше ҡыҙмаҫ, кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ.

10. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр. Ураҙаның кеше тәнен сәләмәтләндергән файҙалары шуларҙыр: Ураҙа тотҡандарҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың әҙәйеүе һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Ураҙала нервы системаһы ла бер еңеллек эсендә ҡала. Бер ғибәҙәтте еренә еткереү бәхете ихтыяждарҙы, ауырлыҡтарҙы аҙайтыр, йомшартыр.


Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғалары

Сәхәр ашағандан һуң ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:

“Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим. Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғ-риби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр”. Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк”.

Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға:

“Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим. Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәуәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү”.

Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!”