Бисмилләһир-рахманир-рахим.
аллаһының рәхмәте менән Рамаҙан айының хәйерле көндәре – кистәре яҡынлаша.
Рамаҙан айының ахырғы ун көнөндә ирҙәргә кәм тигәндә бер тәүлек ҡәҙәр мәсеттә ғүмер кисереп, ә ҡатын-ҡыҙҙарға өйҙәрендә намаҙ уҡый торған урындарында ултырып, иғтикәф ҡылыу сөннәттер.
Иғтикәф ҡылыусы ирҙәр мәсеттә ашарҙар һәм йоҡларҙар. Уларға бәҙрәфкә барыу, тәһәрәт алыу кеүек мәсеттә ҡылыу мөмкин булмаған эштәр өсөн һәм ашарҙарына аш-һыу алып килеү өсөн генә унан сығыу дөрөҫ булыр.
Әгәр ҙә сәбәпһеҙ бер донъя эше өсөн мәсеттән сығып, алты сәғәткә ҡәҙәр ситтә булһалар, иғтикәфтәре боҙолор. иғтикәфтәге ирҙәргә ҡатындарының тәндәренә ҡул тейҙереү харамдыр.
Иғтикәфтәге кешеләр мәсеттә намаҙ, ҡөрьән уҡырҙар, ғилем бирерҙәр, ғилем алырҙар һәм ғибәҙәткә өйрәтерҙәр. Зекер тәсбих әйтеп ултырырҙар, дин мәсьәләһе буйынса фекер алышырҙар. Уларға мәсеттә донъя эштәре эшләү һәм донъяуи һүҙҙәр һөйләшеү мәкрүһтер.
Барыбыҙ ҙа йыл буйы донъя ҡыуып йәшәнек. инде ошо көндәрҙә булһа ла Әхирәт өсөн йәшәргә кәрәк.
Бөтә мәшәҡәттәрҙе ситкә ташлап, телефондарыбыҙҙы һүндереп, фәҡәт ғибәҙәттә булыу йәнебеҙгә дауа бирер. Был дауаны бер татып ҡараған кеше тағы ла теләр, сөнки әҙәмдең йәне тынысланһа, тәне лә сәләмәтләнер. Күп ауырыуҙар йәндең урын таба алмауынан башлана. Ә иғтикәф, хаж, ураҙа, намаҙ кешенең йәнен урынына ултырта. Әгәр ғибәҙәт ҡылыуҙан мөъминдең йәне рәхәтлек тапмаһа, тимәк, ихласлыҡ кимәле түбән, тырышырға кәрәк. Рухи үҫеш, спортсының көсөн арттырған һымаҡ уҡ, тырышлыҡ талап итә. Хәйерле көндәрҙе ғибәҙәттә үткәрәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Фытыр саҙаҡаһы быйыл күпме?
Билдәле булыуынса, быйыл Ураҙа байрамы 4 июнгә тура килә. Шуға ҡәҙәр изге Рамаҙан айында һәр мосолманға фарыз түләүҙәрҙе атҡарып ҡуйыу мотлаҡ.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарарына ярашлы, республикала быйыл аҙ тәьмин ителгән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы ғаиләнең һәр ағзаһынан 50-шәр һум тәшкил итә. Урта хәлле диндарҙар өсөн – һәр кешенән 150-шәр, хәллеләр өсөн – 300-шәр һум. Һаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға фиҙиә саҙаҡаһының күләме ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 180 һум тәшкил итә (бер айға 5220 һум).
Нисәб (минималь байлыҡ йәки мөлкәт, зәҡәтте шунан сығып түләргә кәрәк) – 220 000 һум. Ошо сумманан зәҡәт 5500 һум килеп сыға.
Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин,