Бисмилләәһир-ррахмәәнир-рахим. 5 май, ҡояш байыу менән, изге Рамаҙан шәриф айы башлана. Бөтә ер йөҙөндә мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙы уҡыла башлай. Баймаҡта беренсе тәрәүих намаҙы 5 май 22 сәғәт 25 минутта уҡыла.
Рамаҙан айы – ун ике айҙың солтаны. Был айҙың мәғәнәһе – яныу. Сөнки ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәрҙең онаһтары ярлыҡаныр һәм юҡ ителер. Ураҙаның асылы йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән тыйылып тороуҙың, аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнлеген аңлатыу, нәфсегә хужа булырға өйрәтеү. Ураҙа менән нәфсене лә, шайтанды ла еңеп була. Алла юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен йәһәннәмдән етмеш йылға алыҫлатыр.
Рамаҙан – иманлы әҙәм балаларына яңырып-таҙарыныу, пакланыу, көс ала торған ай. Ураҙала булыу – бөтә насарлыҡтың ҡалҡаны. “Асыуығыҙҙы эскә алығыҙ, дошмандарығыҙҙы ғәфү итегеҙ. Шул саҡта ғына Аллаһы тәғәлә алдында һөйкөмлө бәндәләр булырһығыҙ”, – тип әйтелә “Әл-Ғимран” сүрәһендә. Рамаҙан айында йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр.
Рамаҙан айында Ҡөрьән-Кәрим инә. Уға мөхәббәте, хөрмәте булған кешеләр ҙә хөрмәтле булыр. ошо айҙа Ҡәҙер кисе билдәләнә. “Әл-Ҡәҙер” сүрәһенең 3-сө аятында Аллаһы тәғәлә әйтә: “Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк”. Мең ай ул 83 йылды тәшкил итә. ошо кистә ураҙала, доғала булһаҡ, ғүмер буйы ҡылған ғибәҙәттән хәйерлерәк сауап алырбыҙ.
Был осор кешеләргә яҡшылыҡ ҡылыу һәм сабырлыҡ мәле. Сабыр кешенең барасаҡ урыны йәннәт, тип өйрәтә динебеҙ. Был айҙа бәндә – Аллаһ ҡунағы, уның хужа ризалығына иң лайыҡлы сағы. шуға ла мөъмин мосолмандарҙың һәр һулышы – Аллаһты данлау.
Рамаҙан – тыйылыу айы. Ураҙа – тыйылырға өйрәтеүсе ғибәҙәт. Исламда ураҙа бәндәләрҙе нәфсе теләктәренән, аҙғынлыҡтан, гонаһ эшләүҙән ҡурсалау өсөн тәрбиә мәҙрәсәһе булараҡ индерелгән. Мосолман ураҙаһының төп маҡсаты – ай дауамында тәнде таҙартыу, холоҡто төҙәтеү, йәнде Аллаһ исемдәрендәге нурҙар менән нурландырып тороу, һуңынан тормошта ошо нурҙан айырылмай йәшәй белеү.
Аллаһы тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға хәйерле ураҙалар насип итһен. Аллаһы тәғәләнең ризалығына ирешеү өсөн изге ғәмәлдәр ҡылып, һәр ҡайһыбыҙға Раббыбыҙ үҙенең рәхмәттәрен насип итһен. Ризыҡтарыбыҙға бәрәкәт, илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға һаулыҡ, иман ныҡлыҡтары насип итһен. Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! Амин.
Хәлил хәҙрәт ТАНҺЫҠҠУЖИН, райондың имам-мөхтәсибе.