Әҙәм балалары береһенә береһе мохтажлыҡ кисереп йәшәй, береһендә береһе таяныс таба.
Ғалимдарҙан берәү яҙған: “Бәхеттең сере, – тигән, – йәшәгән ерҙә тәртипһеҙлек тыуҙырыуҙа түгел, донъя менән һин дә мин йәшәй белеүҙә, үҙе кеүектәрҙе ярата белмәгән кешеләр әрнеүҙәрҙән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән үҙҙәре лә азат була алмай.
“Беҙҙең тормошобоҙ таулы бер ергә оҡшаш. Кем дә берәү шунда сығып оран һалһа, уның тауышы ҡайтауаз булып үҙенә ҡайта; башҡаларға ҡарата һөйөү менән тулы күңелдәр ҙә үҙенә шуны уҡ ала”, – тигән хикмәт эйәләренән тағы ла береһе.
Күркәм холоҡ менән киң күңеллелек – кеше тәбиғәтендәге иң гүзәл сифаттар. “Киң күңеллелек менән тәрбиәлелек сәбәпле ер ҙә сәскәгә күмелә, ғүмер ҙә оҙоная”, – тигән имам Садыҡ.
Кешеләге бәхеттең дә ҙур бер өлөшө тәрбиәлелектән килә.
Үҙенең сәхәбәләре менән пәйғәмбәребеҙ һәр ваҡыт бергә булырға тырыша.
“Тупаҫлыҡ – золом, тупаҫ кешеләр – һеҙҙең арағыҙҙағы иң насарҙар”, – ти ул.
“Эй, Ғәбделмотталиб улдары! Аҡсағыҙ менән һеҙ кешеләрҙе ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ, улар өсөн йөҙөгөҙ яҡты, мөнәсәбәтегеҙ яҡшы булһын”, – тип өйрәтә.
“Кешеләр араһындағы төплө аҡылы булған, уйлап эш итә белгән кешеләр – бөтәһе лә әҙәптә көслө заттар була”, – тип нәсихәт биреп ҡалдырған имам Садыҡ.
“Минең өммәтемде Йәннәттәргә алып бара торған иң яҡшы сифат – Аллаһтан ҡурҡа һәм илгәҙәк була белеү”, – тиелә хәҙистә.
Бер-берегеҙгә ышана белегеҙ, тип өйрәтә дин, үҙ ҡәрҙәштәрегеҙҙән игелек кенә көтөргә өйрәнегеҙ, улар һөйләгән һүҙҙәрҙән насарлыҡ ҡына эҙләмәгеҙ. Кешеләргә ышана белеү гөнаһҡа бөтөнләй батып бөткәндәрҙе лә бәләнән ҡотҡарып ҡала ала.
- Шик-шөбһәләргә ҡарата һаҡ булығыҙ, сөнки улар һеҙ ҡылған ғибәҙәттәрҙе юҡҡа сығара, гөнаһтарығыҙҙы арттыра.
- Күңеле шик-шөбһәләр менән тулы кеше үҙенең һөйөп йөрөгәне менән ике аралағы татыулыҡты юҡҡа сығара.
- Урынлы-урынһыҙ шикләнеп йөрөү ғәҙәтенән ситтәрәк йөрө, – тигән Ғәли хәҙрәт, – Сәләмәт кешене ул ауырыуға һабыштыра, бер ҡатлылар күңелендә шом уята.
Беҙҙең заманда ла аҡыл эйәләренең күбеһе әҙәпте бәхеткә һәм уңышҡа алып барыусы хазина тип белә.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла.