Ашты “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип башларға, ашап туйғас, биргән ниғмәттәре өсөн Аллаһҡа шөкөр ана итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш. Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ. Ашай башлағанда бисмиллә әйтеп, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ. Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ. Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ. Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ. Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ, берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.
Ғаилә мәсьәләһен ҡасан төшөнә башларға? Ата-әсә балаларын үҙ ғаиләһен ҡорорға ҡасан әҙерләй башларға тейеш? Ошондай һорауҙар бер-бер артлы тыуып тора. Ир менән ҡатын хоҡуҡтарын, Ризаитдин бин Фәхретдин әйтмешләй, бер йән, бер тән булып йәшәү серҙәрен, ата-әсә йәштәргә ғаилә төҙөлгәнсе, егет-ҡыҙ ҡауышҡансы аңлатырға бурыслы. Мәҫәлән, күренекле
Ислам ғалимдарынан Fабдулла ибн Йәғәфәр ҡыҙын кейәүгә биргәндә, ата булараҡ, түбәндәге нәсихәттәрҙе әйткән: “Эй, балам, көнләшеүҙән, үҙ һүҙеңде генә һүҙ итеүҙән һаҡлан, сөнки ул – айырылышыуҙың асҡысы. Күп әрләшеүҙән, даулашыуҙан, иреңдең кәмселектәрен генә күреүҙән һаҡлан, сөнки ул мөхәббәтте һүндереп, дошманлыҡҡа алып килә. Үҙең һәр ваҡытта
күҙеңә һөрмә тарт, сөнки ул зиннәттәрҙеңзиннәте. Хушбуйҙың иң яҡшыһы – Һыу. Йәғни һәр ваҡыт һыу менән йыуынып, пакланып йөрө, һинән тик тәбиғи хуш еҫтәр генә сығып торһон”.
Ҡыҙ менән егет өйләнешкән ваҡытта ир кешенең динебеҙ ҡушыуы буйынса буласаҡ ҡатынына бирелгән аҡса йәки әйбергә мәһәр
тиҙәр. Мәһәр бирелеүҙең маҡсаты бер нисә: ир кешенең ҡатынына ҡарата йәғни ҡатыны алдында уны һаҡлаусы һәм туйҙырыусы икәнен белдереү өсөн; ир кешенең ҡатынына һәр ваҡытта ла ярҙамсы буласағы өсөн, яңы кейәүгә сыҡҡан ҡатындың әҙ генә булһа ла ҡулында аҡса, байлыҡ булһын өсөн бирелгән мәһәр; ҡатын кешенең ире алдында бик түбән төшмәүе өсөн; ир кеше никахты еңел генә боҙмаһын өсөн; өйләнешеүҙең ябай ғына бер нәмә түгел, ә динебеҙҙең нигеҙҙәренең береһе икәнен белдереү, аңлатыу өсөн. Мәһәрҙең суммаһына килгәндә ҡатындың бер үҙенә 4 ай йәшәп торорға етерлек аҡса булырға тейеш.