Һаҡмар
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
19 Ноябрь 2018, 18:16

Балаларыбыҙға доға ҡылайыҡ!

Раббым, мин Һиңә үҙ нәҫелемде ышанып тапшырам. Мин Һинән уларҙы ауырыуҙарҙан һәм әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсалауыңды һорайым. Һин уларҙы төндә таралған яуызлыҡтан, көндөҙ күҙ тейеүҙән, кешеләрҙең көнләшеүенән һәм нәфрәтенән һаҡлаһын өсөн уларҙы Һиңә ышанып тапшырам.

Эй Аллаһ, мин Һинән гүзәл исемдәрең арҡылы һорайым. Балаларыма бәрәкәт бир тип Һиңә ялбарам. Раббым, уларҙың ғүмерен оҙайт, уларҙы һаулыҡ, сәләмәтлектән айырма, уларҙы Һиңә буйһоноуҙа һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ныҡлы ит. Раббым, уларҙың көсһөҙҙәренә көс бир һәм ауырыу булғандарына шифа бир. Раббым, уларҙың тәндәрен нығыт, ишетеү, күреү һәләттәрен яҡшырт, уларҙың кәмселектәрен төҙәт һәм уларҙы камил ит. Раббым, Үҙ мәрхәмәтең менән уларҙы ауырыуҙарҙан, гонаһтарҙан, хаталарҙан һәм аҙашыуҙарҙан һаҡла һәм уларҙы Һиңә тоғро ит.

Раббым, мин Һиңә үҙ нәҫелемде ышанып тапшырам. Мин Һинән уларҙы ауырыуҙарҙан һәм әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсалауыңды һорайым. Һин уларҙы төндә таралған яуызлыҡтан, көндөҙ күҙ тейеүҙән, кешеләрҙең көнләшеүенән һәм нәфрәтенән һаҡлаһын өсөн уларҙы Һиңә ышанып тапшырам.

Раббым, балаларымды һәр яҡлап һаҡла – өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да, арттан да. Эй Аллаһ, балаларым намыҫымдың сәбәбе һәм ғорурлығымдың сығанағы булһын. Улар Һине яратҡандарҙы яратһын. Эй Аллаһ, балаларымды донъялыҡта ла, әхирәттә лә – яҡшылыҡ һәм Һиңә буйһоноуға һәм Һине һөйөүгә килтергән ғилем менән ниғмәтлә. Аллаһым, балаларымдың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет-сәғәҙәт, тәҡүәлек һәм байлыҡ килтерәсәк уңышты юлдаш ит.

Аллаһым, уларҙа саф йөрәк, рәхимлек, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу кеүек сифаттар булдыр һәм уларға ғилем бир.

Эй Аллаһ, балаларымды кәмһетелеүҙән һәм мәсхәрәнән ҡурсала. Уларға ҡыуаныс килтер – был мине лә бәхетле итәсәк. Раббым, уларҙың ишетеү, күреү һәләттәрен һәм һаулығын бәрәкәтле ит, уларға аҡыл һәм күркәм холоҡ бир. Раббым, балаларым Хөкөм көнөндә

минең өсөн дәлил булһын. Амин.

Шәйх Мөхәммәт бин Салих әл-Ғөҫәйминдең “Әл-марратү әл-мүслимә” китабынан.
Читайте нас в