Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтарҙың өлгөлө ғаиләһе тап ошондай ысын мосолмандар исемлегендә. Күптән түгел генә был ғаилә тыуған Татлыбай ауылы мәсетендә балалар араһында доғаларҙы яттан һөйләү буйынса "Иман нуры" исемле бәйге ойошторҙо. Татлыбай ауылы халҡын ғына түгел, яҡын-тирәлә ятҡан Йәнйегет, Байыш, Ҡарамалы, Әбдрахмән ауылдарынан да йыйылдылар был сараға. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа бөхтә кейенгән, итәғәтле, әҙәпле генә балалар мәсеткә йыйыла ла башланы. Уларға ҡарап күҙҙәр генә түгел, күңелдәр ҙә шатланды. Ә инде моңло итеп башҡарылған сүрә – аяттарҙы тыңлағас, киләсәгебеҙ иман, ғилемле, тырыштар ҡулында буласаҡ тип юраныҡ. Тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, балалар ныҡлы әҙерләнгәндәр. Баһалама ағзалары ла бик мәртәбәле кешеләр булды: Татлыбай ауылы ағинәйе, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Фәрзәнә Искәндәр ҡыҙы Ғүмәрова, БДУ-ның Сибай филилалы профессоры, биологоия фәндәре докторы, Ҡаҙан мәҙрәсәһендә дини юғары белем алған хажиә – Гөлфирә Рауил ҡыҙы Байрамғолова, хеҙмәт ветераны – Хәләф Йомағужа улы Ярмуллин һәм Татлыбай ауылының имам-хатибы Морат Ниғәмәтов. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлауы еңелдән булманы. Шулай ҙа ярыш булғас еңеүсеһе лә булырға тейеш. Гран-при һәм төп бүләк – кеҫә телефонын Йәнйегет ауылынан Биктимер Сәлимйәнов яуланы. 1-се урын – Татлыбай һылыуы Кәмилә Ниғәмәтовала, 2-се урынды Байыштан Сөмбөл Көлмөхәмәтова менән Ҡарамалынан Илсур Байегетов бүлеште. 3-сө урынға Татлыбайҙан Айсыуаҡ Малабаев һәм Йәнйегеттән Миңтимер Сәлимйәнов лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, тәмле-татлы менән сәй табыны ойошторолдо. Ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар Биктимеровтар ғаиләһенә оло рәхмәттәр еткереп, киләсәктә лә был матур сараны дауам итеүҙәрен һораны. Изге Рамаҙан айында уҙғарылған "Иман нуры" бәйгеһенән иман нурына сорналып, изге уй-ниәттәр менән таралдыҡ. Хәлил һәм Дилбәр Биктимеровтарҙың ғаиләһенә иҫәнлек-һаулыҡ, балалар ҡыуанысы, бәрәкәтле, мул тормош теләйбеҙ. Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙең сауаптары насип итһен.