Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Дарыу үләндәре
28 Апреля 2022, 12:01

Шпинат арығанлыҡлыҡты бөтөрә

Баҡсағыҙға шпинат ултырттығыҙмы әле? Ултырмаһағыҙ, ашығығыҙ! Ул бик файҙалы тәмләткес. Үҙендәге витаминдар һаны... ммм... һанап бөткөһөҙ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Шпинат арығанлыҡлыҡты бөтөрәШпинат арығанлыҡлыҡты бөтөрә
Шпинат арығанлыҡлыҡты бөтөрә

Шпинатта тәү сиратта тимер бар. Ә тимер, белеүебеҙсә, гемоглобин һәм кислород сығанағы булып тора. Шулай уҡ тимер энергия эшкәртә, шуға ла тимер етмәгән осраҡта тиҙ генә хәл бөтөүсән була. 

Шулай уҡ хәл инһен өсөн кеше организмында етерлек кимәлдә магний ҙа булырға тейеш. Ә шпинатта ул етерлек. Магний етмәгән саҡта кеше депрессияға, аяҡтары тартыша, йоҡоһоҙлоҡ проблемаһы килеп өҫтәлә, аппетит юғала. 

Шпинатта тағы бер ҡиммәтле элемент бар. Ул - калий. Калий етмәгән осраҡта мускулдар хәлһеҙләнә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина