Бөтә яңылыҡтар

Батыр ғүмере - ике!

Билал ауылында яңы акция старт алды. #БөйөкЕңеүгә75йыл#ВремяГероев

#БөйөкЕңеүгә75йыл
#ВремяГероев
Билал ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам саралары дауам итә. Бөгөн иһә "Батыр ғүмере - ике" исемле эстафета старт алды. Ул "Хәтер мәңгелек" проектының дауамы булып тора. Акцияның маҡсаты - беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән ата-бабаларыбыҙҙың барыһының да исем-фамилияларын, батырлыҡтарын мәңгеләштереү.
Һүҙ юҡ, Бөйөк Еңеү килтергән ҡартатайҙар, өләсәйҙәр батырлығы үлемһеҙ. Уларҙың эшен, ғүмерен, батырлығын бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә.
Батырҙарға мәңгелек дан!
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.