Бөтә яңылыҡтар

Урамдары менән йырлай яраттар!

#Урамменәнйырлайбыҙ#Поемдвором#Шайморатовгенерал

Башҡортостан Республикаһында өр яңы "Урам менән йырлайбыҙ" проекты старт алды. Ул Бөйөк Еңеүгә арналған. Проекттың положениеһына ярашлы, бер урамда йәшәүселәр һуғыш йылдары йырҙарын башҡарып, акцияға ҡушыла ала.
Баймаҡ районында акцияны беренселәрҙән булып Ярат ауылы башлап ебәрҙе. Ярат ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин һәм мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Сулпан Үҙәнбаева етәкселегендәге төркөм башҡорт халҡының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған йырҙы башҡарып, башҡаларға матур өлгө күрһәтте. Афарин, яраттар!