Бөтә яңылыҡтар
Дан һәм хәтер йылы
29 Апрель 2020, 19:35

Ҡыҙыл байраҡты кем ҡаҙай?

Теүәл 75 йыл элек яҡташыбыҙ Ғазый Заһитов беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. #БӨЙӨКЕҢЕҮГӘ75ЙЫЛ#2020ХӘТЕРҺӘМДАНЙЫЛЫ

Теүәл 75 йыл элек яҡташыбыҙ Ғазый Заһитов беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай.
1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта гвардия капитаны Владимир Маков командалығында артиллерия разведчиктары өлкән сержанттар Ғазый Заһитов, Александр Лисименко, Алексей Бобров һәм сержант Михаил Минин байраҡты беркетә.
Шунда Заһитовтың күкрәгенән дошман пуляһы үтәнән-үтә сыға, әммә ул алышыуын дауам итә.
Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы 1921 йылдың 20 авгусында Мишкә районы Янағош ауылында тыуа.